Тик атай машинаны һатып ҡуйҙы. Үҙе менән бергә эшләгән вахтовик коллегаһы килеп ҡараны ла, бесәнгә йөрөргә алам, вахтанан ҡайтҡас, алып ҡайтырмын, әлегә гаражығыҙҙа тороп торһон” тине лә, машинаның номерҙарын алып, асҡысын кеҫәһенә һалып, атайым менән бер айға эшкә китте лә барҙы.
Кәйеф ҡырылды, тиһәм, әҙ булыр. Оҙаҡ йөрөнөм балтам һыуға төшөп. Күршем Рәмил дә: “Һаттырмаҫ кәрәк ине”, тип йәнде көйҙөрә.
Уның атаһы иртә үлгән. Әсәһе яңғыҙы тәрбиәләй Рәмилдәрҙе: беҙҙең урамда магазиндары бар, дүртенсе маркалы “Жигули”ҙары менән Магниттан тауар ташыйҙар. Рәмилгә машина эләгә, рәхәтләнеп йөрөтә шуны. Әсәһенә ярҙамлаша. Нишләп уҡырға инеп ҡарамайһың, тиһәләр: “Уҡып мулла булаһыңмы?” – тип көлә лә ҡуя. Ә үҙе эшкә оҫта. Ауылдағы ағас бысыу оҫтаханаһында рамсы булып эшләй.
Картуфлыҡта ҡуңыҙ сүпләп йөрөһәм, урамдан Рәмил ҡысҡыра:
– Әйҙә, мәмерйәгә барып ҡайтайыҡ, – ти.
– Ниндәй? Шүлгәнташҡамы?
– Эйе. Һинең унда булғаның бармы?
– Юҡ. Ә һинең? – ҡойма буйында күрештек.
– Беҙ былтыр Өфөлә йәшәгән апайым ҡайтҡанда вис семья менән барып ҡайттыҡ Бөрйәнгә. Унда хәтәр ул!
– Әллә. Кемгә ултырып барабыҙ?
– Үҙебеҙ генә, һин алып бараһың беҙҙе, Инсаф, – дуҫым, ах та ух килеп, беҙҙең яҡҡа һикереп төштө.
– Китсе әле, юҡты һөйләмә, – дуҫымдың ҡайһы яҡҡа ыңғайлағанын аңланым. Атай һатҡан, әлегә беҙҙең гаражда бикле торған “алтынсы” менән бармаҡсы.
– Һуң, “шестеркаң” буш ултыра бит, саң йыйып. Шуның менән барабыҙ ҙа киләбеҙ. Бөгөн әсәйең, как раз, эштә... – Минең әсәй, ысынлап та, тәүлек буйына эштә.
– Әйҙә һуң... Ә машинаны нисек тоҡандырабыҙ? Асҡысы юҡ бит.
– Мин асҡысһыҙ ҙа тоҡандыра беләм уны.
– Номерһыҙ машинаны “ағайҙар” туҡтатһа?
– Ҡурҡма, туранан барабыҙ бит, Бөрйәндең ул яғында “ҡәйнештәр” булмай.
– Нисәлә ҡуҙғалабыҙ?
– Хет хәҙер.
– Ә минең әсәйгә ни тип әйтәбеҙ?
– Уҡыған ереңдән саҡырттылар, тиген. Берәй көнгә оҙаҡлаһаҡ, шылтыратып ҡына әйтерһең, тотҡарланам, тип.
Рәмил, ысынлап та, стартерҙың сымын туранан-тура тоташтыра белә булып сыҡты. Тоҡанды машина. Гараждан сығарҙым да, ишеген бикләп, асҡысты ҡустыға бирҙем. Әсәй гаражды асып та ҡарамаҫ, ул яңы машинала йөрөй, уны ишек алдында ҡалдыра. Әсәйемә шылтыратып, ҡапыл ғына Сибайға саҡыртыуҙарын, шунлыҡтан, попуткаға сығы-уымды әйттем дә, бәпкәләргә етерлек кесерткән, ем һалып, һыу ҡойоп, ҡустыма, беҙҙең ҡайҙа китеүебеҙ тураһында бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәҫкә ҡушып, сығып та киттек.
– Бөрйәнгә нисә саҡрым ул? – тием, соҡорҙарҙы урап үтә-үтә.
– Тәүге ауылына еткәнсе – 25 тирәһе генә.
– Юлы насар икән.
– Һинең машинаң өсөн тап-таман ул. Һинекенең аҫылмаһы ныҡлы бит...
Рәмил хаҡлы булып сыҡты, машина бирешмәне был юлда. Район үҙәген дә үттек, милиция осраманы. Бөрйәндәге дуҫымдың ауылына барып еткәнебеҙҙә, көн кискә ауышҡайны. Беҙҙе Нәҙер, ул минең менән институтта бергә уҡый, мунса индерҙе, баҡсаларында шашлык менән һыйланы. Төндө, палатка ҡороп, усаҡ яҡтыһында гитара уйнап, күңелле үткәрҙек. Бөтәһе ике кис ҡундыҡ Нәҙерҙәрҙә. Шул арала мәмерйәне лә барып күрҙек. Шуныһы хәтерҙә – мәмерйә яғына билет биреп үткәрә торған шлагбаум эргәһендә: “Бөрйәндәргә инеү бушлай” тип яҙғандар. Рәмил менән беҙ, бөрйән ырыуы кешеләре, был яҙыуҙы күргәс, бушлай үткәрәләр икән, тип ҡыуаныштыҡ.
– Һеҙ Бөрйәнме? – тип һораны беҙҙән касса артында ултырған инәй.
– Эйе, бөрйән, – тинек.
– Үтегеҙ, – тине хеҙмәткәр, – ниндәй ауылдан?
– Темәстән...
– Темәс Бөрйән түгел дә инде, билет алығыҙ.
– Как бөрйән түгел, беҙ – бөрйән ырыуы кешеләре. Ырыуым – бөрйән, ҡошом – ҡарсыға...
– Туҡтағыҙ әле, егеттәр. Һеҙҙе бушлай үткәрә алмайым, белеп ҡалһалар, миңә эләгә.
Шулай итеп, мәмерйәне бушлай ҡарап булманы. Хаҡын түләп индек. Ярай әле, кеҫәлә әҙме-күпме аҡса бар ине. Мәмерйәлә булдыҡ, ундағы боронғо кешеләр төшөргән һүрәттәрҙе күрҙек тә, Нәҙерҙәрҙә ял иткәс, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Район үҙәге – Иҫке Собханғол уртаһынан бара инек, ҡапыл милиция хеҙмәткәрҙәре тап булды. ЮХХДИ- ныҡылар! Беҙҙе күргәс, инспекторҙарҙың береһе, ҡаралы-аҡлы һыҙатлы таяғын юғарыға күтәрҙе лә, юл ситенә туҡтарға күрһәтте. Минең тубыҡтар дер ҡалтырай башланы. Машинамды һүндерә яҙып, яйланым. Бер илле метр ҡалғандыр, бығаса артта ятып һыра һемереп килгән, ҡыҙмаса булып алған дуҫыма боролдом. Рәмил ниңәлер тәҙрәне асып маташа ине. Мин, бөттөк былай булғас, тип туҡтарға әҙерләндем. Бөтә өмөт Рәмил дуҫта – ул бешеккән егет, кеше менән матур һөйләшә. Милиция тип ҡурҡып тормаҫ, берәй әмәлен табыр. Бер заман дуҫымдың әсе итеп һүгенгәнен ишеттем. Ни тигәндер, хәтерҙә юҡ. Аптырауымдан, тегеңә йәнә лә боролдом. Ә ул, шарҡылдап көлә-көлә, хоҡуҡ һаҡсыһына йоҙороҡ күрһәтә бит.
– Нимә эшләйһең ул? – тип ҡысҡырҙым.
– Инсаф, баҫ әйҙә, баҫ газға! – тимәһенме был.
Мин хоҡуҡ һаҡсыһын уратып үтеп, тиҙлекте арттырҙым.
– Нишләп үсекләшәһең, бәләкәй бала һымаҡ! – тием.
– Әй, улар “Уаз”иктары менән һине ҡыуып етә алмай ул. Баҫ, баҫ!
Тегеләр, беҙҙән 100-200 метрға арттараҡ ҡалып, ҡыуа сыҡты. Мин, тар ғына күпер аша сығып, Урал тауҙарына – Баймаҡ яғына илткән алама юлға менеп киттем. Арттан саң борҙай, машина үкерә, минең ҡулдар ҡатты. Рәмил артта шарҡылдап көлә.
– Эргәләренә туҡтап ҡына ҡуйманыҡ...
– Туҡтар кәрәк ине, машинаңды, “право”ңды...
– Ә-ә?.. – Бер текә үрҙән төшә башланыҡ. Артҡа ҡарарға ла ҡурҡам. Борма-борма, соҡор-саҡырлы юл, ситтә үҫкән берәй ҡайынға бәрелергә, юлдан ситкә сығып осорға, йә колеяға төшөп, батып ултырырға ла була...
Эңер төшә башлаған икән, ал яҡ насар күренә. Текә үрҙе төшөп еткәйнек кенә, ауыр йөк машиналарынан һуң хасил булған хәтәр тәрән колеяға барып та төштөм. Шул тиклем көслө бәрелеүгә капот асылып та китте, артынса двигатель осоп сығып, капотты онтап, алға тәкмәс атты. Күрәһең, ике тәгәрмәс араһындағы ташлы юлға юғары тиҙлектә бәрелеү касафаты булды был.
– Ничего себе! – баш шаңҡыуынан айный алмай бер аҙ ултырғас, Рәмилдең тауышы тынлыҡты боҙҙо.
– Бөттө баш! – тим хәлдең ҡотолғоһоҙ икәнен аңлап.
– Сыҡ, ҡастыҡ “менттарҙан”!
Һә, тигәнсе килеп сыҡтыҡ. Артта, ел булмағас, саң баҫылмаған әле. Ағастар араһына инеп, тегеләрҙе көтөп торабыҙ. Бына бер заман саң баҫыла төшкәс, тау башында туҡталып ҡалған тегеме, юҡмы – бер машина күренде. Ике кеше сығып торҙо-торҙо ҙа, кире ултырып, боролоп, юҡ булдылар. Беҙҙе лә, беҙҙең һүнгән машинаны ла күрмәнеләр. Беҙҙең алда ике юл барлыҡҡа килде: йә йәйәүләп алға барабыҙ, йә артҡа әйләнәбеҙ. Артҡа боролһаҡ, баяғы, хоҡуҡ һаҡсыларына эләгәбеҙ. Шуға алға – үҙебеҙҙең ауылға ҡарай атларға ҡарар иттек. Сәғәт киске туғыҙ, йәй айы, бер-ике сәғәттән ҡараңғы төшә. Машинабыҙ ошо үҙәктә ҡалды. Йылдам ғына атлап киттек. Барабыҙ-барабыҙ – ауыл-маҙар күренмәй. Хәл бөттө. Рәмил, бая иҫерек ине, атлай торғас, ул да айнығып китте. Осраған йылға-шишмәләргә ятып һыу эсәбеҙ. Телефон тотмай... Төнгө өстәрҙә үҙебеҙҙең районға индек. Арып, арманһыҙ булып, таңғы алтынсы яртылар тирәһендә Бетерә ауылына килеп еттек. Халыҡ уяна башлаған. Ҡараһаҡ, ауыл уртаһында яңғыҙ таксофон тора. Телефон картаһы менән һөйләшергә була бында, ә беҙҙең ундай карталар юҡ. Кеҫә телефондарыбыҙ бында ла тотмай, шайтан алғыры.
– Әйҙә, “02”-гә шылтыратайыҡ! – тинем башыма килгән шәп идеяға ҡыуанып.
– Нимәгә? – Рәмил, был тамам алйығанмы әллә тигән һымаҡ, миңә сәйерһенеп ҡарап ҡатты.
– Беҙҙең өйгә шылтыратһындар ҙа, беҙҙең арттан әсәйҙе ебәрһендәр. Әсәй килеп, машинаны һөйрәтеп алып ҡайтыр, “Калина”һы менән.
– Әйҙә, эшләп ҡарайыҡ һуң, килеп сыҡһа... Бүтән былайтып эсмәйем, на черт!
– Алло! – тинем мин теге яҡтан яуап биргән кешегә. – Һаумыһығыҙ! Ишетеләме?
– Эйе, лейтенант Рәжәпов тыңлай!
– Был Баймаҡмы? – тинем.
– Эйе, дежур бүлек. Һеҙ кем? Ҡайҙа? Нимә булды?
– Бөрйән юлында машинабыҙ боҙолдо.Үҙебеҙ Бетерәгә килеп еттек. Бындағы таксофондан ғына шылтыратабыҙ. Әсәйемә, Ҡәҙимова Шәмсүрә Тәлғәт ҡыҙына, хәҙер мин әйткән һандарға шылтыратып, әйтегеҙ әле, зинһар, машинаға тросс һалып алып, һөйрәтеп алып ҡайтырға килһен әле...
Үҙен хеҙмәткәр тип таныштырған кеше мин һөйләгәндәрҙе бер тапҡыр дөрөҫләп һорашты ла, шунда тороғоҙ, бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, тип трубканы һалып ҡуйҙы.
Бетерә ауылы уртаһында шулай торҙоҡ-торҙоҡ та, Рәмил шәп идея тәҡдим итте:
– Әйҙә, анау һарайҙың кәртәһе башына менеп ятайыҡ, һаламы ла бар. Шунан оло юлдан килгән машиналарҙы күҙәтербеҙ.
Мин шатланып риза булдым. Ныҡ арытҡайны. Иҫке генә һарайҙың ҡоймаһына менеп, унан кәртә башына күтәрелеп, шым ғына һалам өҫтөнә яттыҡ. Мине йоҡо баҫты.
Бер мәл Рәмил уята: “Әсәйең килә, тор”.
Оло юлдан саң борҡотоп беҙҙең “Калина” елдерә ине. Уның ҡаршыһына сығып өлгөрҙөк.
– Уй, Аллаҡай ғынам! – тине әсәй беҙҙең янға туҡтар-туҡтамаҫ машинанан төшөп. – Таңғы алтыла милициянан шылтыратҡастары, йөрәк ярыла яҙҙы. Ни булды? Ҡайҙа машинағыҙ?
Әсәйгә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә тура килде.
– Атайың менән үҙең аңлашырһың, минән яҡлау көтмә! – тине әсәй.
Миңә уның шул һүҙе артығы менән етә ине әлегә. Иң мөһиме – үҙе әрләмәне. Машинабыҙ ҡалған ергә киренән барып, Аллаға шөкөр, шул ерҙә ултыра ине, двигателен әүеш-тәүеш итеп кире урынына ҡуйып торҙоҡ та, әсәйҙең машинаһына тағылып, төш мәлендәрәк ҡайтып еттек, беҙҙең урам малайҙары менән гаражға этеп индереп ултырттыҡ боҙоҡ “алтынсы”ны. Күрше Ғаян исемле үҫмерҙең:
– Машинағыҙға нимә булды? – тип һорауына, Рәмил:
– Темәс араһында һүнде. Иртәгә йүнәтәбеҙ, – тип кенә яуапланы.
– Ә-ә, – тиеште малай-шалай.
– Бөгөнгә ял итәйек тә, иртәгә “движок”ты йүнәтермен, – тине дуҫым миңә шыбырҙап.
Иртәгәһен таң менән килеп тә еткән Рәмил.
– Инсаф, әйҙә, – ти, – ас гаражыңды. “Шестерка”ңа беҙҙең “четверка”ның движогын ултыртабыҙ.
– Нисек? Нишәп?
– Машинаңдың двигателе, все, эшкинмәй хәҙер.
– Юҡ, аптырап бараһыңмы әллә? Әсәйеңә нимә тип әйтербеҙ?
– Әйҙә, әйҙә... Әсәйгә үҙем аңлатырмын.
– Ә милиция туҡтатып двигателдең номерын тикшерһә?
– Тикшермәй ул. Ҡайҙа күргәнең бар алама машиналарҙың капоттарын асып тикшергәндәрен? “Ҡәйнештәр” ундай машина менән бысранып тормай. Уларға “иномарка”лар ҡыҙыҡ.
Ысынлап та, Рәмил, бығаса машина йүнәтеп өйрәнгән егет, үҙенең “дүртенсе” маркалы “Жигули”йының моторын алмаштырып ултыртты “алтынсы”ға. “Бөрйән күргән” минең двигателде тимер-томорға тапшырҙыҡ. Эш бөткәс, машина тоҡанғас, дуҫымдың ҡыуаныуын күрһәгеҙ!
Бына атайым менән машинаның хужаһы Рәжәп ағай ҡайтып төштө вахтанан. Әсәй аш һалған ине, күмәкләп ултырып һыйландыҡ та, атайым менән Рәжәп ағай гаражға сыҡты. Мин, ҡотом осоп, өйҙән тышты күҙәтәм. Бына гараждың ишеген астылар. Биш-алты минут юғалып торҙолар. Тын да алмай торам. Тоҡанырмы был машина, юҡмы...
Дырылдап мотор эшләй башланы, тағы бер нисә секундтан, ергә түшәлеп, гараждың асыҡ ҡапҡаһынан зәңгәр төтөн килеп сыҡты ла урамға таралды. Дәүерҙәй минуттар үтте. Мин, аяҡтарым таштай ҡатып, һаман тышты күҙәтәм. Арҡамдан тоҡ үткәрәләрме ни, дер ҡалтыранам. Машина гараж эсенән сыҡты. Төтөнө ҡуйы һымаҡ, хәйерлегә булһын. Рулдә Рәжәп ағай, йылмая. Атай ҙа уға ҡарап йылмайып тора... Ҡуҙғалып китте. Ун-ун биш метр барғайны, атайым һыҙғырып ебәрҙе. Күрше Шәмсиә инәйҙәр тапҡырына барып еткән машинаның ҡыҙыл уттары тоҡанды ла, туҡтап ҡалды тимер атҡайым. Ул, гүйә, беҙҙең өй эргәһенән киткеһе килмәй. “Бөттөм, былай булғас”, – тип саҡ-саҡ үҙем тышҡа атылып сыҡмай торам. Теге яҡтараҡ, үҙҙәренең йорто тәңгәлендә, тағы бер кеше – Рәмил тора икән. Ул да күҙәтә, тимәк, был алыш-биреште.
...Ул арала атайым йүгереп барҙы ла, капотты астырып, нимәнелер соҡой башланы. Ун секунд та үтмәне, кире япты. “Шестерка” ҡуҙғалып китте.
Өйгә ингәс, тыныс булырға тырышып, атайҙан:
– Нишләп туҡтаттың? – тип һораным.
– Әй, тәҙрә таҙартҡыс электән насар эшләй ине, шуны нисек рәтләп ебәрергә икәнен күрһәтеп ҡалдым, – тине.
Ошо хәлдән һуң Рәмил менән дуҫлығыбыҙ бермә-бер нығынды. Бынан был яғына бер ҡасан да милициянан ҡасмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Ә Рәмил спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙына ла алмаҫ булды.