+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Август , 10:00

Чиновниктар эшләһен, тиһәң...

Тарихтан бер күренеш. Ысын­­мы, юҡмы икәнен бел­мәйем, Японияла булғаным юҡ. Әммә унда хакимиәт башлығы тәбиғәт афәте булған ергә – һыу баҫ­һын­мы, көслө да­уыл үтһенме – үҙе ба­рыр­ға тейеш, тиҙәр. Барыу ғы­на түгел, ябай кешеләр ме­нән бергә йәшәүе мотлаҡ.

Чиновниктар эшләһен, тиһәң...
Чиновниктар эшләһен, тиһәң...

Йола буйынса уға иң алама урынды бирәләр. Әгәр халыҡ, әйтәйек, мәктәп спортзалында йәшәһә, ул тышта ҡыуыш ҡо­роп көн итә. Бөтә эҙемтәләр юҡ ителмәйенсә, ул шул ҡы­уышта йәшәй, ғәрәсәт урынын һуңғы булып ҡалдыра. Хаки­миәт баш­лығы менән ҡатыны ла мотлаҡ булырға тейеш. Ир зыян күргән­дәрҙе хәүефһеҙ урын­дарға урынлаштырып, баш­ҡа эштәрҙе атҡарғанда, ҡа­тыны уны, тамаҡ бешереп, ҡы­уыш­та көтөп ултыра.
Японияла тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләре тиҙ генә хәл ителә. Эш уларҙың эшлекле булы­уын­да, етеҙлегендә түгел. Ха­ки­миәт башлығы ҡыуышта үҙе генә ай­ҙар буйы йәшәй ала. Ә бына эргәһендә булған ҡаты­ны тынғы бирмәй: “тышта йә­шәп арыным”, “өйҙә балалар көтә”, “йомшаҡ урында ятып йоҡлағым килә...” Мейеһен серетә генә инде. Чи­новникҡа уфтана-уфтана эшен йәһә­те­рәк эшләүҙән башҡа бер ни ҡалмай.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:
Читайте нас: