-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Август , 14:00

ӘХИРӘТТӘР

– Ҡайҙа юл тоттоң, әхирәт?– Айырылышырға ғариза бирергә китеп барам әле!– Бәй, бына һиңә кәрәк булһа! Арыу ғына йәшәй инегеҙ түгелме һуң? Бе­рәй бисә менән тоттоңмо әллә?– Юҡты һөйләмә? Иремде беләһең дә инде. Башҡаһы башҡа, йөрөмтәл түгел.– Әллә аҡсаһын алдырғанмы? Хәҙер телефон аша миллионлап сәлдерәләр бит? Бәлки, банкрот булғандыр?

ӘХИРӘТТӘР
ӘХИРӘТТӘР

– Аҡсаһы ла урынында. Урам тулы техника бит. Өс йөк машинаһы, ике трактор, экскаватор... Арендаға ла би­рә, үҙе лә ҡайһыһына заказ бар, шул техникаға ултырып сығып китә, күргә­нем дә юҡ үҙен. Эй, әхирәт, ти­мер-то­моро урам тулып ята, алып ҡуй, тиһәң, ярай, ти ҙә ҡуя, инде егерме йыллап шул һүҙҙе ҡабатлай. Бына кисә аяҡты бер тимеренә бәрҙем әле – күҙҙән ут­тар күренде. Асыуымдан, етәр, айы­ры­лышабыҙ, тигәйнем, үҙең беләһең, ти сусҡа. Еләктәй сағымды шу­ға бағыш­лағанды онотҡан. Кеше ире, ана, иртән кофе яһап эсерә, ҡим­мәтле бүләктәр­ҙән өҙмәй. Ә минең ғүмер майға ҡат­ҡан кейем йыуып үтә. Кеше һымаҡ баҡса тултырып сәскә үҫтереп тә булмай, эшләмәгәс, көнө буйы тәҙрә аша шул тимер-томорға текәлеп ултырам.
– Эй, әхирәт, эшләмәгәс, яңғыҙың нисек йәшәрһең һуң?
– Бәй, ике фатирыбыҙ, ҡала янында ике йортобоҙ бар бит! Ярай, әхирәт, үҙең ни хәлдәһең һуң? Ирең һаман эшләмәй өйҙә ятамы? Ундай бәндәне ниңә ҡыуып ҡына сығармайһың?
– Быйыл ике айға түҙҙе бер эштә, та­ғы эсеп ҡыуылды. Хәҙер хет өйҙән әй­берҙәрҙе һатып эсмәй, шуныһына ҡы­уа­нам. Артығыраҡ төшөрһә, ныҡ ауырый хәҙер. Элекке һымаҡ миңә ҡул да бик күтәрмәй, үҙе саҡ йөрөй. Хеҙ­мәттән йәм табам инде, эштән һуң кистәрен ике ойошмала иҙән йыуам – аҡса еткереп булмай.
– Ҡуй инде, бер иҫәргә бер аҡыллы тигәндәре дөрөҫ икән!
– Дөп-дөрөҫ, әхирәт!

Марат ӘМИНЕВ.

Автор:
Читайте нас: