-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Август , 11:15

ЭСКӘН ИР КЕМГӘ КӘРӘК?

**Эсһен, ул бит боларып йөрөмәй. **Йәки, балам йәл, бахмурҙан ауырып үлеп китһә...

ЭСКӘН ИР КЕМГӘ КӘРӘК?
ЭСКӘН ИР КЕМГӘ КӘРӘК?
Тәүгеһе – эскән ирҙәрҙең ҡатындарының фекере. Эйе, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, эскән ир күп кенә ҡатындар өсөн үҙенә күрә бер табыш. Ундайҙарҙың дәлилдәре бик ябай. “Ирем эсһә лә аҡсаһын түкмәй-сәсмәй өйгә ташый”, йәки “Урлап эсмәй бит ул, эшләп эсә, арый, уға ял кәрәк” , йәки “Аш алдынан йөҙ грамм аппетитын асыу өсөн кәрәк” һәм башҡа бик күп ошондай сәбәптәр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эскән, халыҡса әйткәндә, “еңелсә генә төшөрөп алған” ир-егеттәр уңайлы. Улар эскәндең икенсе көнөнә үҙҙәрен ғәйепле тоя, хәләл ефетенә нисек тә булһа ярарға тырыша, ыңғайына һыпыра. Ҡатын-ҡыҙ был хәлде үҙ мәнфәғәттәрендә оҫта файҙалана. Йәнәһе, ҡыҫҡа теҙгендә тота. Әлбиттә, бындай осор оҙаҡ дауам итмәй. Бер мәл шып-шым ғына, ҡойроғон ҡыҫып йөрөгән ерҙән ирҙе алмаштыралармы ни? Ул араҡы ҡойоп эсергәндәрен көтөп ултырмай, таптырып эсә, ҡатынына ҡул күтәрә, янъял ҡуптара.
Икенсе фекер – улдарын саманан тыш яратҡан әсәләрҙеке. Эйе, әсә кешеләр ҙә улдарының эскесе булып китеүҙәренә сәбәп була йыш ҡына. Тәүҙә маҡтап ҡоя. Йәнәһе, улы шәп. Шунан йәлләп ҡоя. Йәнәһе, ауырый. Артабан инде ҡойоп бирмәй әмәле ҡалмай. Һөйөклө балаһы әсәһенә ҡул күтәрергә лә тартынмай.
Был турала лириктар ни ти һуң? Шәйехзада Бабичтың 1915 йылда (!) яҙған “Бер эсеүсенең зары” тигән шиғырынан өҙөк тәҡдим итмәксемен. 100 йыл үтеү менәнме ни, бер нәмә лә үҙгәрмәгән дә баһа!
(...)
Өйгә ҡайтҡастын, ҡатынды ҡурҡытыуҙар бар ине.
Аҙ ғына өндәшһә ҡатын, әйҙә, йоҙроҡ, берҙе ман!
Сәстәрен йолҡа-йолҡа иҙгеләүҙәр бар ине.
Унда шәшкеләр атып, банда урындыҡтар ватып,
Тәҙрәне селпәрәмә килтереүҙәр бар ине. (...)
 
Т. Ишкинин.
Фото: nauka.tass.ru
 
Автор:
Читайте нас: