Бер нисә көндән кейем әҙер ине инде. Уны хужаларына биреп ебәргәндә Мәүлиев, был ҡатын арҡаһында тағы нәмәләр ишетермен икән, тип ҡайғырып ҡалды. Борсолоуы бушҡа булмаған. Бер айҙан һуң ательеға теге цирк директоры йәнә килеп инде.
– Беҙҙең заказды үтәгән тегеүсене күргем килә, – тине ул һаулыҡ һорашып. “Уф-ф, – тип уфтанды Мәүлиев. – Шул “ҡулһыҙ” Фәтхиәнән имен генә ҡотолоп буламы, юҡмы инде?”
– Хәҙер саҡырам, күрерһегеҙ. Тик, беҙҙә эшләүселәрҙең барыһы ла уның кеүек икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Ул бер үҙе шундай үҙенсәлекле тегеүсе.
– Һ-а-а-ай, ундайҙар күберәк булһын ине әле ул, – ти цирк хужаһы ауыҙын йырып.
Кабинетҡа Фәтхиә килеп инде.
– Фәтхиә Әмировна, таныш булығыҙ, – тине Мәүлиев башын түбән эйеп.
Директор ултырған еренән һикереп тороп, Фәтхиәнең ҡулын ҡыҫты.
– Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын, Фәтхиә ханым, ифрат шатмын. Шундай килешле итеп кейем тегеп биргәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ!
– Тырышҡан булабыҙ инде, – тине Фәтхиә, ояла биреп.
Хужа һүҙен дауам итеп:
– Беләһегеҙме, артисыбыҙ һеҙ теккән костюмды кейеп аренаға сыға башлау менән цирк ҡарарға теләүселәргә билет еткереп булмай. Күлдәкте – салбар, ә салбарҙы күлдәк урынына кейерлек итеп тегергә нисек оҫталығығыҙ етте? Уны кейеп уйнаған клоуныбыҙ ҡыуанып бөтә алмай. Тамашасыларыбыҙ һәм цирк коллективы исеменән рәхмәт әйтеп, һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ, Фәтхиә ханым!
Ҡотлау һүҙенән һуң, цирк директоры Фәтхиәгә Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Оҙаҡламай ателье коллективы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды: Фәтхиәне циркка эшкә саҡырҙылар. Ул хәҙер клоундарға кейем тегә.
Фото: ru.dreamstime.com