+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
6 Сентябрь , 11:40

Эх, Байбул-Маймыл

- Әлү! Ниңә һаман ҡайтмайһың ул? Маймыл, төн етте ләһә. Реклама мәлендә телевизорҙың тауышын кәметеп ҡуйғайнылар, шуға телефондан әйткәндәр апасыҡ ишетелде. - Еңгәме, Байбул ағай? - тип һораны бергә эшләгән иптәше Хәсән.

Эх, Байбул-Маймыл
Эх, Байбул-Маймыл
- Үҙе-е-е! Хоккей яратмағанға һеҙгә ингәйнем, ә уның сериалдары бөтмәҫ. Икебеҙ ике яҡта ҡарай торғайныҡ та, ейәнгә биреп ебәргәйнек, уҡырға инде бит.
- Маймыл, тиме?
- Эйе, исемемдән көлгән булып йә Ярлыбул, йә Маймыл тип теңкәгә тейә.
- Ысын маймыл ниндәй була икәнлеген күрһәтеп ал, - ти Хәсән көлөп.
- Шәп булыр ине лә ул?
- Минең ҡусты циркта эшләй, әле беҙҙәләр, маймылдарҙы бейетә. Ағай, әйҙә бер ҡыҙыҡ итәйек. Бер көнгә биреп торор.
- Нисек? Буламы һуң?
- Байбул һикереп үк торҙо.
- Хәҙерге заманда булмай торған нәмә юҡ ул, ағай. Әҙерәк аҡса бирербеҙ.
- Күрһәтәйем әле маймылды. Хәҙер үк шылтырат ҡустыңа!

***

Әллә ниндәй төштәр күреп, һаташып уянып китте Майтап. Африкала йыйын маймыл, шимпанзе араһында ағастан - ағасҡа һикереп йөрөй, имеш. ”Исмаһам, берәй көн һаташмайынса, төш күрмәйенсә генә йоҡлап уянһаң ине”, - тип уйлап та өлгөрмәне, әллә ниндәй сыйылдаҡ тауыш менән тын алып йоҡлап ятҡан бабайына әйләнеп ҡарауы булды, ҡурҡышынан карауатынан иҙәнгә тәгәрәп тә китте. Ҡарты урынына эргәһендә ысын маймыл ята!
- Әстәғәфирулла! Был ни ғәләмәт! Маймыл, үләм, үлтерәләр! Маймыл килеп ингән!
- Ул ҡото осоп, йоҡо бүлмәһен бикләй һалды ла, ҡартын эҙләй башланы.
- Ҡайҙа һин? Юҡ, киткән эшенә.
- Майтап ҡалтырана-ҡалтырана күршеһе Бибекәйгә шылтырата башланы.
- Әлү, иҫәнме? Тиҙ генә ин! Нимә? Һаман тормағанһыңмы ни? Тиҙерәк! Ишек асыҡ.
- Нимәгә ҡотто алаһың?
- Шундуҡ килеп ингән күршеһе ҡобараһы осҡан Майтапҡа аптырап ҡарап:
- Эсеп ҡайтҡанмы?
- Маймыл, ана, тегендә маймыл ята.
- Ул йоҡо бүлмәһенә ымланы.
- Һинең Маймылың ятҡан ергә нишләп инәйем. Әллә үлеп-фәлән ятамы? Икәүләшеп һаҡ ҡына баҫып килеп ишекте асып ингәндә теге йән эйәһе уянып, битен, башын тырнап, ауыҙы йырылып ултыра ине.
- Тәүбәкәйем! Был нимә?
- Бибекәйҙең күҙе аҡайҙы.
- Байбул был, маймылға әүерелгән дә ҡуйған.
- Китсәле, әкиәт һөйләмә!
- Ысын, әйкәйем, кисәге кис хоккей ҡарарға тип күршегә төшкәйне. Етмәһә, заказдар бөттө, тағы берәй аҙна ял бирҙеләр, ти.
Ялҡытты бит шул туҡтауһыҙ ялдары.
- Шунан?
Бибекәй теге маймылдан шөрләп ҡулын ишек тотҡаһынан алмай.
- Аҡса юҡлыҡтан, асыуымдан ултырып иланым да Хоҙайҙан һоранырға тотондом. «Маймыл, маймылға ғына әүерел дә ҡуй, маймыл йылында эйәртеп йөрөп тә аҡса эшләрмен», - тип теләнем.
- Кит, бушты!
- Ысын, теләктәр ҡабул була торған сәғәт, минуттарға тап килгәндер, ахырыһы, ана лаһа, үҙең күрәһең.
- Эй, хәйерһеҙ, кемдер ирһеҙ интегә, ә һин. Аҡса ла таба ине. Икәүебеҙгә лә етә ине әле…
- Бибекәй артыҡ ысҡындырып ебәргәнен шәйләп, иренен тешләне.
- Ярай, күрше, ҡайғырмайыҡ. Маймыл йылы уңайынан хәҙерҙән үк аҡса эшләргә тотонайыҡ. Ултырып уйлашайыҡ. Күршеләр булған ғына банандарын маймылға ырғыттылар ҙа, сәй эсә-эсә план ҡора башланылар.
- Ут Маймыл йылы булғас, уны ла шул төҫтә кейендерергә кәрәк булыр, аяҡ-ҡулдарына йылы бейәләй, ойоҡ кейҙереп алайыҡ.
- Эйе ләһә, туңып үлеп ҡуйһа, йәл. Ни тиһәң дә, Байбулыңдың төҫө. Бына бит, бер туҡтауһыҙ маймыл тип әрләй торғас, нисек килеп сыҡты.
- Әйтмә лә, кешене лә сусҡа тип ҡабатлай-ҡабатлай сусҡаға әйләндерергә була, тиҙәр ҙәһә.

***

Инде тынысланып, тиҙ арала маймылды кейендереп, Шыршы ҡуйылған майҙанға киттеләр. Таныш-тонош күреп ҡалмаһын, тип, урап, бала коляскаһына ултыртып алдылар.
- Байбулыңа оҡшап, тыңлаусан ғына бит әле үҙе лә. Бына аҡса йыйыр өсөн тупый ҙа алдым. Иремдән ҡалған тупыйҙы, тим. Бүрек инде һеҙҙеңсә. Майҙан гөрләп тора. Шыршы янында бала-саға геү килә. Боҙҙан маймыл һыны эшләнгән ергә барып торҙолар. Тыңлаусан ғына маймылды түшәккә баҫтырып, эргәһенә Бибекәйҙең тупыйын һалып, үҙҙәре ситтән генә күҙәтә башланылар. Күреп ҡалып, бөтәһе лә маймылды уратып алды. Берәүҙәр ҡосаҡлап фотоға төшә башланы, икенселәр эргәләге магазинға инеп банан, мандарин алып, маймылға ашатып маташа, ә тегеһе баш һелкеп, ҡул сабып ебәрә, бейеп тә ала. Биргән банандарын бер яҡҡа һала бара. Маймыл да шат, баласаға ла шат, ата-әсәләр ҙә ҡыуанып ҡарай. Ана шулай, майҙандағыларҙың күңелен күреп, үҙҙәре өшөп, асығып ҡайтып инделәр.
- Кит, булмай, Бибекәй, маймыл менән генә көн күреп булмай. Их, Май… әй, Байбулым алтын булған, шәйт.
- Иҫеңә төштөмө? Ҡана, һанайыҡ әле. Нисаҡты булған икән? Банандары бер ҡосаҡ, былары Яңы йылды ҡаршылағанда ярап ҡалыр.
- Бибекәй аҡсаларҙы һанай башланы.
- И-и-и, шуның өсөн генә өшөп торҙоҡмо. Юҡ, битем һыуын биш түгеп башҡа сыҡмайым. Үҙең генә йөрө, йә, ана, зоопаркка алып бар, - тине лә маймылға асыуланып йоҙроҡ күрһәтте. Тегеһе, шуны ғына көткәндәй, тотондо үрле-ҡырлы һикерергә. Майтаптың гөлдәрен туҙҙырып тәҙрә төбөнә бер һикереп менә, бер төшә, ҡорғандарын һыпыра тарта.
- Атаҡ-атаҡ, гел генә иркә һүҙ ишетеп өйрәнгәнме ни? Ҡалай болара.
- Бибекәй ҡасып сығып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Саҡ тынысландырып алды Майтап маймылын. Ҡосаҡлап алып ултырып ҡабаттан Байбулына әүерелеүен үтенде. “Инде бер ҡасан да маймыл тип әйтмәм, иҫән-һау ғына эшләп йөрө, ил күргәнде күрербеҙ“, - тип башынан һыйпап иркәләп яратты.

***

- Майтап, күрше, Маймылың шыршымды нығытып ҡуйып бирмәҫме?
- Иртә менән Бибекәй килеп инде.
- Ниндәй Маймыл?
- Һуң, Байбул-Маймылыңды әйтәм дә.
- Юҡ, ул эштә. Бел, бөгөндән башлап Байбул ул, белдеңме?
- Бәй, һиңә ни булды? Ғүмерҙә лә үҙ исеме менән әйтмәнең.
- Маймыл йылында бер генә хужа булырға тейеш. Майтап күршеһенә ҡарамай ғына сәй эсеүен дауам итте.
- Кисен шарт та шорт килә инегеҙ, төрткөләшеп алдығыҙмы әллә? Теге маймылың ҡайҙа?
- Эштә! Икеһе лә эш кешеһе. Ике күрше сәй эскән мәлдә Байбул менән Хәсән циркта маймылдың ҡулын ҡыҫып, ҡотлап, рәхмәт әйтеп торалар ине.

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.

Фото: in.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: