Фатирға ятмаҫтан алда Мәстүрә тигән кеше генә түгел, исем барлығын да белмәнем. Мәстүрә “ямаҡай” тигәнде аңлатмаймы һуң? Кем балаһына улай исем ҡуша икән? Ә әбей, ысынлап та, яман ине. Һәр хәлдә тәүге күргәс, башыма шулай уй килде. Беренсе тапҡыр осрашҡанда Мәстүрә әбей ҙур тумалаҡ кәүҙәле, бәләкәй буйлы, көмрәйеп төшкән арҡалы ҡарсыҡ булып урындығында хәрәкәтһеҙ ултыра ине. Башҡа әбейҙәр кеүек башына яулыҡ ябынмаған: ап-аҡ, йоҡа, ҡыҫҡа сәсен берҙән үргән, ә уныһы сысҡан ҡойроғо кеүек кенә тора. Ҡулы насар йөрөгәнгәме икән, сәстәре үрелгән булһа ла, унан бынан ялбыраған. Ҡасандыр һоро булған күҙҙәре төҫөн юғалтып, уңып барған күкһелерәк төҫкә ингән. Ауыҙында тик ике бөртөк һары тештәре бар. Ә һул яҡ сикәһенең уртаһынан алып эйәгенә тиклем ҙур ҡыҙыл миң урынлашҡан.
Мәстүрә кейәүгә сыҡмай. Әллә алмағандармы? Күптәр уны бик уҫал булды, шуға кеше менән йәшәй алмағандыр, тей... Ә уҫаллығы һуң ҡайҙан? Бәлки, ярты битен ҡаплап торған миңдәндер? Бер тапҡыр шул миң тураһында Мәстүрә әбей киләһенә әйтеп һалды:
– Ул миң тәүҙә бәләкәй генә ине, аҙаҡ ҙурайып китте. Яманайтты. Әҙәм күргеһеҙ итте. Кешеләр алдына ла сығырға оялдым...
Көлөүҙәрҙән, мыҫҡыллауҙарҙан, ҡырын ҡараштарҙан ҡасап, бәлки, Мәстүрә уҫал булып киткәндер? Ҡурҡыуҙан, бәлки, бер кемде лә үҙенә яҡынлатмаҫ булғандыр? Кем белә? Тик уны ауыл кешеләре, ә ул ауыл кешеләрен үҙ итмәй ғүмер кисерә.
Мәстүрә әбей торған ауылда халыҡ уны, ысынлап та, уҫал, аҡылға бер төрлө, яуыз кеше тип һанай. Бушҡа ғына фатирға төшөп, иртәгәһенә мәктәпкә барғас, миңә лә Мәстүрә исеме тағылмағандыр. Өлкәндәр ипләп кенә, йәнәһе, шунан нисек әбей менән йәшәү тип һорашһалар, балалар тура ҡарап көлдө.
Әбейгә кешеләр килеп хәлен белешкәнен, йә ул кемгәләре йөргәнен хәтерләмәйем. Уға ауылдаштарынан бер генә ҡатын килә торғайны. Ҡатын айырым хаҡҡа айына бер ике тапҡыр килеп, һыуы бөткән булһа, һыу алып килеп, керҙәрен йыуыштырып тора.
Һәм тағы бер кеше килә ине. Үҙем уны бер тапҡыр ҙа осратҡаным булманы. Әбейҙең улы: бер туған ҡустыһы үҙенең ун айлыҡ улын Мәстүрәгә тәрбиәгә бирә. Шулай ул малайлы булып китә. Улын мин күргәнем булманы, әммә ай урталары етһә әбей, уны түҙемһеҙлләнеп көттө.
Мәстүрә әбей ҡолаҡҡа ҡатыраҡ, күҙгә һуҡырыраҡ. Инһәң, бер-ике минут оҙаҡ итеп текләп ултырыра, шунан ғына танып ҡала һәм һүҙгә килә. Таяҡҡа таянып, бәләкәй-бәләкәй аҙымдар менән йөрөй. Ҡарап торһаң, шыуышып йөрөгән һымаҡ. Әммә йорто тап-таҙа, йыйыҡ, бөхтә. Етмәһә дәрестәрҙән ҡайтыуға мейесендә йә аш, йә картуф, йә башҡа нәмәләр бешереп көтөп ултыра. Мине уйлап, сит яғына ла, төп яғына ла ут яға, иртә менән тороп, сәйнүк ҡуйып, мине кәрәкле ваҡытта уята. Ә бит ул 80-дән уҙған.
Өй тирәһендә яйлап иркенләп йөрөй алһа ла, башҡа эштәргә инде эшкинмәй. Тышҡа артыҡ сығып барманы. Ҡолап ятһам, тора алмаҫмын тип ҡурҡа. Шуға ла, күрәһең, Мәстүрә әбейгә мунса ла йыш эләкмәгән. Бер көн әбей, аҙна буйы мунса төшкөм килә тип һуҡранып йөрөгәненән һуң, мунсаға юл көрәргә ҡушты. Мунса бәләкәй генә, ә ҡар күп. Унда кәмендә ҡар ятҡандан алып барыусы булмағас, ишеге ҡапланғанса көрт һалынған. Юл көрәлде. Әммә ул барыбер яңғыҙы төшөү генә түгел, мунсаһын яға алыуы ла шикле ине. Әсәйҙәр йыуынырға алып ҡайтты. Хатта мунса төшкөһө килһә лә, кешегә инәлгеһе килмәгәндер инде.
Йәшерәк сағында Мәстүрә дәртле кеше булған. Үҙе хаҡында: “Ен кеүек була торғайным. Йүгереп йөрөп эш эшләнем. Хәҙер генә мин йәне сыға алмаған ҡоро тән ул”, - тип ҡабатлар булды.
Мәстүрә егерменсе йылдарҙа тыуа. Заманы шулай булғас, уҡыуы ла йүнләп теймәй. Әммә минең дәреслектәрҙе алып тышлыҡтарындағы исемдәрен уҡый ала торғайны. Йәшлеге һуғыш йылдарына тап килә. Әбейҙең мин дәрес әҙерләгәндә әргәмә ултырып хәбәр һөйләү ғәҙәте булды. Оҙаҡ ҡына яңғыҙы йәшәгәс, һөйләшеүгә һыуһағандыр, күрәһең.
Мин ҡыҙыҡ күреп, ошоларҙы яҙып алғанмын.
“Ағас йыҡтыҡ беҙ.Ҡурҡыныс, бейек тауҙар араһына ебәрҙеләр, шунда эшләнек. Көнө буйы йөрөйһөң, әбидкә генә туҡталаң. Ямғыр булһынмы, ҡояш булһынмы - йөрөнөк. Ҡайҙа бараң, ҡайтармайҙар бит. Көҙ етһә баҫыуҙа ятып эшләнек. Кис булһа инде һыуыҡ, асыҡтыра. Иртәнсәк тә килеп тороп һыуыҡ була торғайны. Беҙ ипләп кенә һаҙға көндөҙ һалам йыя торғайныҡ. Төндә шуны ипләп кенә яғабыҙ. Күреп ҡалһалар, ауылға тиклем ат менән баҫтыралар. Утҡа яҡыныраҡ килһәк беттәр шатырлашып торалар, баяғылар эҫенән үләләрҙер инде. Кейемде, ул ваҡытта киндер ине, йылытам тип әргәһенәрәк элһәң да, баяғылар шатырлайҙар!
Ул заманда шул инде, мунса һирәк эләгә торғайны. Атам, бахыр, беҙҙе йәлләгәндер инде. Үрҙә торған татарға ялланып эшләп, айына бер тапҡыр булһа ла шунан мунса яҡтырҙы. Беҙ бысраҡ йөрөмәһен тигәндер инде, бахыр... Мунсаға инһәк шул беттәр тағы шатырлашып алып китәләр. Һыуҙа ғәләмәт булып ятып ҡалалар. Уй, ыҙалатты бит! Йыуынһаң, рәхәт булып ҡала. Бармаҡ араларында ла бет йүгерешеп йөрөй торғайны... Атам, бахыр, йәлләгәндер инде беҙҙе”. Мәстүрә әбейҙән Сталинға ла эләгә ине: “Уй, яуыз кеше булды бит! Тәҙрә төптәрендә тыңлап торҙо, һүҙ әйтеп булманы! Бер ҡул менән ауыҙҙы, икенсе ҡул менән артты ҡаплап йөрөйнөк”, - тип көлдөртөп тә ала.
Һуғыш тамаланғас та Мәстүрәнең тормошо еңелләшмәй. Бер туғандары кейәүгә сығышып, йә кәләш алғас, ул ауырыу әсәһен ҡарап ҡала. Алыҫ бесәнлектән йүгереп ҡайтып, уны ашатып, эсереп, кире бара торған булған. Ул әсәһен дә бик йылы итеп хәтергә ала ине. Доғалар уҡыны, тей. Аҙаҡ бер аҙға мине йоҡонан яҙҙырған ҡыҙыҡлы хәлде лә һөйләне.
Йәнәһе, йорттарының әргәһендәге тыҡырыҡтан һәр таң бүрәнләй кәүҙәле, ҙур башлы ир шәүләһе килеп сыға ла, ишектәрен килеп туҡылдата башлай. Әсәһе таңда тороп доға уҡыһа, туҡылдатмай, өйҙәрен урап үтер булған.
Пенсияға сығыр алдынан Мәстүрә әбей интернатта нянка булып эшләй. Әммә өлкән булғас, ҡыҫҡартыуға эләгә. “Балалар быны белеп ҡалғас, директорға барып, мине ебәрмәүҙәрен һорағандар. Директор тегеләргә эште аңлатҡан. Мин ҡапҡанан сығып киткәнемсә, бөтә яҡтан уратып алып ҡосаҡлап, иланылар балалар. Яраттылар мине!” - тип хәтерләй ине. Шул ваҡыттағы йөҙөн күрһәгеҙ ине. Нисек ул балаларса шатланып йылмая! Уға ҡарап үҙең дә йылмайып ебәрәң...
Үҙен әсәһенә, бер туғандарына, кеше балаларына, эшкә ҡорбан итеп тә, уны яратырлыҡ, үҙе яратырлыҡ иптәш таба алмаған, кешеләр уны, ул кешеләр ҙе дөрөҫ аңламаған Мәстүрә әбей...Уҫаллығы артында күңел йомшаҡлығын йәшергән, йөрәк яраларын эш менән ямаған кеше... Уны битендәге миңе түгел, ә кешеләргә ышанмауы ямантайтҡанын аңламаған ҡатын-ҡыҙға оҙон ғүмер кисерергә яҙа.
Мәстүрә әбей 84-85 йәштәренә етеп (теүәл генә хәтерләмәйем) биш-алты йыл элек мәрхүмә булып ҡалды. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем кешеләрҙе үҙенә яҡынайта алманы.