+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
23 Сентябрь , 14:30

Йә яуа, йә юҡ

(Сәнскеле сәләм сәпәп) Метеорологтар ҡасан дөрөҫ прогноз бирә алыр?Билдәле диктор Лира Фәйзуллинаға бәйле лаҡапты яҡ­таш­тары һаман да онотмай. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәгән атаһы бесәнгә йыйына икән. “Көндәр аяҙайта, яуым-тө­шөм көтөлмәй” тип тора бит ана ра­дио­ла эшләүсе ҡыҙы ла.

Йә яуа, йә юҡ
Йә яуа, йә юҡ

Тик сабыл­ған бесәнде күбәләргә йыйын­ғанда ғына көслө ямғыр башланған. “Инде ҡыҙым да алда­ғас, хәҙер кемгә ыша­ныр­ға инде”, тип әйтә була кәйефе ҡы­рылған бабай. Әлбиттә, бында Лира Фәйзуллинаның бер ғәйебе лә юҡ – метеорологтар шундай мәғлүмәт биргән.
Был хәлгә инде тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә бер нәмә үҙ­гәрешһеҙ ҡала – һаман беҙҙе “алдайҙар”. Әгәр хәтере­геҙ­­ҙә булһа, яҙҙан беҙҙе, тарихта бул­мағанса ­эҫе һәм ҡоро йәй көтә, тип ҡурҡыттылар. Тот ҡапсығыңды, бындай “ҡоро” йәй­ҙән хәҙер ҡоро ер ҡалманы, йылғалар яҙғылай ташты, сәскән иген, йәшелсә-емеш серей башланы. Комбайндар иген баҫыуҙарына керә ал­май, ауыл халҡы һаман бесән запасы туп­ла­ма­ған. Сабынлыҡта әллә бесән сабаһы, әллә балыҡ тотаһы, тип елкә тырнайҙар – уныһы күп урындарҙа һыу аҫтында.
Башгидромет белгесе Гөлназ Заһи­то­ваның әйтеүенсә, ай үтмәйенсә, ту­лы прогнозды фаразлап булмай. Юмор яратыусы кешеләр эшләй икән был учреждениела. Ғөмүмән, ошондай уҡ ямғырлы йәй бынан утыҙ һәм алтмыш йыл элек булған икән.
Уйлаһаң, уйылып китерлек: ауыл кешеләре августың һуңғы көндәрендә генә бесәнгә төштө. Ә иртәгәһен беҙҙе ни көтә: аяҙ буламы, ямғырмы? Уны­һын инде Башгидромет иртәнән һуңға ентекләп һөйләр!

Хәтирә БАЛТАЕВА.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: