Мәйеткә ер аҫтында фатирҙы хәтерләткән “бина” төҙөйҙәр. Кафель плиткаһы йә иһә кирбес менән матур итеп тышлайҙар, баҫҡыс эшләйҙәр, келәм йәйәләр. Алкоголь ултыртыр өсөн эсенә бар ҙа яһап ҡуялар. Картина һәм башҡа әйберҙәр менән бүлмәне биҙәйҙәр. Традиция буйынса алкоголле эсемлектәрҙе мәрхүм теге донъяла башҡа әрүахтар менән “эсә алһын” өсөн ҡуялар. 19 м³ лыҡ төрбәлә (склеп, мавзолей, усыпальница) 90 литр эсемлек урын ала. Бындай саралар сиғандар араһында таралған ышаныуҙарға бәйле: ромалэ мәрхүмдәрҙең йәне икенсе, яңы дәрәжәгә күсә, тип белә. Шуға уны һуңғы юлға “яңы донъя”ла бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәһен тип мөмкин булған барлыҡ уңайлыҡтар менән оҙаталар. Төрбәне Мысыр пирамидаларын хәтерләткән күп дәрәжәле пьедестал менән ябалар.
Тантанаға ромалэҙар уртаса 1 ҙән алып 10 миллион һумға ҡәҙәр аҡса тотона. Бындай ысул менән йыш ҡына Ставрополь яҡтарында ерләйҙәр. Сиғандарҙың иң ҙур диаспораһы нәҡ шунда урынлашҡан.
https://omet-rb.com/articles/d-nyada-nil-r-bar/2024-09-20/cheg-nn-rne-10-millionlyk-enazasyn-videoga-t-sherg-nn-r-3939686