Бер ай дауаханала ятып ауылға ҡайтып төшкән Хәбибте танырлыҡ та түгел ине. Башы аша машина үтеп киткәнме ни: тырналған, тешләнгән урындары һаман уңалмаған, танау ҡыйшайған, йөҙ салышайған, тигәндәй. Ярай әле, кәүҙәһенең ни рәүешле икәнен берәү ҙә күрмәй.
...Хәбиб страховкалау ойошмаһы тупһаһын ашаҡлап үткәс, сираттағы бар халыҡ уға төбәлде. Коридорҙа йүгереп йөрөгән биш йәштәрҙәге бала ҡурҡыуынан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Бер ханымдың ҡуйынындағы уйынсыҡтай эт шыңшырға тотондо.
– Һаулығығыҙға зыян килгән өсөн страховка аҡсаһын түләй алмайбыҙ, – тип белдерҙе оло йәштәге белгес, Хәбиб килтергән медицина справкаһын, документтарҙы ентекләп өйрәнгәндән һуң.
– Нишләп түләмәйһегеҙ? – ирҙең былай ҙа ҡурҡыныс йөҙө бөтөнләй ҡарағыһыҙ булды. – Үҙегеҙ көсләп страховка килешеүе төҙөнөгөҙ, ай һайын арыу ғына аҡсаны һыҙырып алып ҡалаһығыҙ, һаулығыма зыян килдеме – килде, айыу үлтерә яҙҙы мине, ауыртмаған ерем юҡ, хәҙер эшләй ҙә алмайым.
– Шулайын шулайҙыр ҙа, – белгес әңгәмәсеһенең ҡарашын күтәрә алмай алдындағы ҡағыҙҙарына төбәлде. – Бына инструкцияла яра эҙе кәмендә биш сантиметр булырға тейеш тип яҙылған, ә һеҙҙеке дүрт сантиметр ғына – дауахана биргән белешмәлә шундай һандар бит. Инструкцияға ярашлы рәүештә берәй ағзағыҙ эштән сығырға тейеш. Әйтәйек, күҙегеҙ сыҡһа, айыу ҡолағығыҙҙы йәки танауығыҙҙы өҙөп алһа, аҡсаны ҡыуанып түләр инек. Танауығыҙҙы һындыра һуҡҡан, әлбиттә, был ғына етмәй шул...
– Йә, Хоҙай, – Хәбиб аптырауҙан әйтер һүҙен әйтә алмай торҙо. – Тимәк, айыу мине һеҙҙең инструкцияға ҡарап туҡмарға тейеш булған?
Килеүе бушҡа ғына булды тәнендә имен ере күренмәгән ирҙең. Ойошма етәксеһенә инеү ҙә, дауахананың баш табибына, һуңынан прокуратураға барыу ҙа һөҙөмтә бирмәне. Барыһы ла закон һағында ныҡ торалар икән – “ярамай”ҙан башҡа һүҙҙе белмәйҙәр. Аптырағас, аҡыллы кешеләрҙең кәңәшен тыңлап, байтаҡ аҡса сығарып, юристарға консультацияға йөрөп алды, шәхси клиниканан тейешле справкалар юлланы Хәбиб.
– Тулы күләмдә страховка аҡсаһын түләрбеҙ, – тип ҡуйҙы шул уҡ ойошмалағы шул уҡ белгес, Хәбибтең документтарын ентекләп өйрәнгәс, шунан ситкә ҡарап шым ғына өҫтәп ҡуйҙы. – Был айыуҙың алдында беҙҙең инструкция ятҡан, тиерһең, шуның буйынса ғына туҡмаған быны, бер ҙә ситкә тайпылмаған!
Марат ӘМИНЕВ.