+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Сентябрь , 13:15

ТАШКЕНТ ТАУАРЫ

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ Бәләкәйҙән баланды яратам: һутын да, ҡайнатмаһын да, бәлешен дә, ҡағын да.Хәҙер уйлаһаң, көлкө инде, ә мин бала саҡта баланды ла, өрөк, йөҙөм, әфлисун, лимон һәм башҡа тәм-том кеүек, Ташкенттан килтерәләр икән, тип уйлай торғайным.

ТАШКЕНТ ТАУАРЫ
ТАШКЕНТ ТАУАРЫ

Малай ғына башымда ундай уйҙың барлыҡҡа килеүенең дә үҙ сәбәбе бар. Хәтерләйһегеҙҙер әле, элек, беҙ бәләкәй саҡтарҙа, Ҡөрьән мәжлесенә йөрөгән әсәйҙәр хәйергә таратылған ҡулъяулыҡтарына күстәнәс төрөп алып ҡайта торғайнылар. Беҙ уларҙың ҡайтҡандарын түҙемһеләнеп көтөп торған булабыҙ. Өҫтәлгә һалынған ҡулъяулыҡты сисеп ебәрһә-ә-әң... Ммммм... унда әфлисун, алма, лимон, өрөк һәм, әлбиттә, балан бәлеше! Әсәй әйтә:«Финират мырҙаларға Ташкенттан ҡунаҡҡа Лида һылыу ҡайтҡан, шуға мәжлес йыйып, Ҡөрьән уҡытып алдылар».
Беҙҙең ҡылғанлы далалы Яҡутта балан үҫкәнен күрмәгәс, мин телде йоторлоҡ был тәмлекәсте лә Ташкенттан килтерәләр икән, тип уйлайым.
Әле шул ваҡытты иҫкә төшөрһәм, әсәйле, балан бәлешле бала сағымды иҫкә төшөрөп, йылмайып ҡуям. Күңелгә рәхәт булып китә.

Фото: https://vk.com/id201919463?from=search

Автор:
Читайте нас: