+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Сентябрь , 12:00

Һуңларға ашыҡмағыҙ!

Зәлифәне әллә ниңә яратып бар­майҙар. Һуңғы йылда ғына унлаған кеше уның менән араһын өҙҙө. Тәбиғәте менән аралашыусан Зәлифә дуҫ­тарҙы ла тиҙ таба, әммә унан да шәберәк юғалта. Яңы таныштары менән һин дә мин аралаша, хәлдәрен һораша, ҡунаҡҡа саҡыра, бергәләп сараларға йөрөйҙәр... Әммә бер нисә ай үтеүгә, әхирәттәре Зәлифәнән алыҫлаша баш­лай

Һуңларға ашыҡмағыҙ!
Һуңларға ашыҡмағыҙ!

— Бер насарлығым теймәй! Һәйбәт дуҫ булырға тырышам! Нимәмде оҡ­шат­майҙарҙыр, — тип бер юлы колле­гаһына зарланды.
— Һин бит, Зәлифә, һуңларға яра­таһың, — тине уныһы көрһөнөп.
Зәлифә аптырап ҡалды. Һуңлаған өсөн генә кеше дуҫлыҡты өҙәме? Тап­ҡандар һылтау! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнө ул. Башҡа сәбәп тап­мағас, бәлки, эш, ысынлап та, һуң­ла­уында булғандыр, тигән һығым­таға килде. Шуға ла, яңы таныштар тапҡас та, был хатаһын төҙәтте. Бө­гөн ул өс яңы иптәше менән кафеға бара. Билдә­ләнгән урынға ярты сәғәт алдан килеп ултырҙы.
Һөйләшкән ваҡытҡа ике әхирәте лә килеп етте. Тик бына өсөнсө танышы һуңлай.
— Гел шулай булды инде. Һуңла­ма­ған ере юҡ, — тине береһе.
— Берәй нәмә булғандыр, — тине Зә­лифә яңы танышын яҡлап.
— Булып ҡуймаһын! Сәсен ҡыр­ҡынсы тапҡыр бөҙрәләтеп ултыралыр әле, — тине икенсеһе.
— Эйе шул, — тип ризалашты берен­сеһе. — Нисек һаман сәстәре ҡойолоп бөтмәгәндер! Теге юлы оялмай миңә кәңәш бирә бит әле: “Каре итеп ҡырҡ­тыр, һиңә оҙон сәс килешмәй”. Үҙенең ба­шындағы ҡарға ояһын белмәй!
— Минең дә сәс тыңлауһыҙ, йыйып алырмын тимә, — тине һөйләшеүҙең ҡайҙа китеп барғанынан бер аҙ уңай­һыҙланып Зәлифә.
Зәлифәнең әйткәндәренә иғтибар итеүсе булманы:
— Ки-ит! — тип һуҙҙы икенсеһе. — Уның кәңәштәрен тыңлаһаң! Аҡылы алтын булһа, күптән кейәүгә лә сығыр ине, фатир ҙа алыр инер, бынамын тигән карьера ла төҙөр ине!
— Шул-шул! Бер нәмәһе юҡ, ә үҙен Алланың ҡашҡа тәкәһеләй тоя. Ә ирҙәр менән үҙен нисек тота?!
— “Бының аҡсаһы юҡ! Бының ҡор­һағы бар! Быны­һы пеләш!”— тип эләкләргә тотондо икенсеһе.
— Беҙҙең ирҙәрҙе лә шулай тип уйлаймы икән? Минеке — пеләш, һинеке —ҡорһаҡлы, — тип ыҫылданы берен­сеһе.
— Мин әйтте тиген — уйлай! Теге юлы ҡунаҡҡа килгәйне, иремде баштан-аяҡ ҡараны ла, баҡа күргәндәй, таныу сирып ҡуйҙы! Йөҙөн күр­мәһәм дә хәрә­кәттәрен һиҙҙем быны!
— Минекенә лә шулай ҡарағандай булды! Ул миңә бер ваҡытта ла оҡша­маны. Тыштан матур булһа ла, эстән буш!..
Зәлифә һүҙ ҙә ҡыҫтыра алмай был икәүҙең ҡыҙыу әңгәмәһен тыңланы. Өсөнсө әхирәттәре килгәнсе уның кәк­ре аяҡтарын да, ҡыйыш үҫкән тештәрен дә, һаран булыуын да, күп ашағанын да тикшереп өлгөрҙөләр, хатта әле тыумаған балаларына ла эләкте: ундай әсәй йүнле кеше тәрбиәләй аламы?
Үҙен көттөргән әхирәттәре килгәс, Зәлифә уға аптырап ҡарап ҡуйҙы: ысынлап та, бындайҙа алама кеше ме­нән нисек дуҫлашмаҡ кәрәк?.. Шунан ғына: “Ә-ә-ә... Бына ниңә һуңларға ярамай икән”, — тип уйлап ҡуйҙы.

З. Хәкимйәнова.

Автор:
Читайте нас: