Бөгәсә Гөләйшә инәйҙең йоҡоһо йоҡо булманы. Түшәгенә ятып та өлгөрмәне, күҙ алдында әллә ниндәй имәнес нәмәләр һикергеләй башланы. Уңарса булмай мәрхүм Сафаһы пәйҙә булды. Хәләл ефете үҙенә саҡырып маташасы.
– Кит, имгәк, иҫән сағыңда тәҡәтемде ҡоротоуың етмәгән, хәҙер ҙә пакуй бирмәйһең. Үлеп-фәлән китһәм, малайыңды кем ҡарар тиң? Кеше күҙенә тилмереп ҡала бит инде. Тәүбә, тәүбә. Рәхәт һиңә, матур ғына йәшәп ятҡан да киттең дә барҙың. Хоҙайым әҙерәк ғүмер биреп, ҡолонсағым аҡса тотҡанды күрһәм ине. Әтеү асҡа үлә бит, ‑ тип әбей үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә иртәнге сәйҙе әҙерләне.
– Ҡолонсағым, ҡорһағың асып киткәндер, әйҙә, ултыр. Йылы килеш манный бутҡаһы бик тәмле була торған ул.
Хәлиткә нимә, тулы тәрилкәне "һә" тигәнсе һыпырып та ҡуйҙы. Ул арала әсәһе икенсеһен килтереп ултыртты.
– Етәр, әсәй, туйҙым бит.
– Егет кеше өс бөртөк нәмәгә туямы? Ҡапҡыла әле, бәләкәсем, ҡапҡыла. Ашау барҙа йәшәү бар. Икмәгеңә ҡалын ғына итеп май һыла. Һинең әле ашай торған ғына сағың. Төшкөлөккә балтырған өйрәһе бешерергә торам. Бик файҙалы була ул.
Хәлит әппәр итеп, мал-тыуар, ҡош-ҡорттарҙы тәрбиәләп инәйем әле тип, инде ишек тотҡаһына үрелдем тигәндә әсәһе ҡулынан тотоп алды.
– Ҡара әле, бәләкәсем, улай бик еңел йөрөмә. Һин сәпсим, июнь айы тигәс тә, ысын йәй түгел бит әле. Аяғыңа кәлүшле быймаңды, башыңа бүркеңде кейеп йөрө. Кабы яҙғы ел бәреп ҡуймаһын.
– Эй, әсәкәйем, һин бигерәк. Тышта йылы бит – Хәлите ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, Гөләйшә инәй:
– Ҡара әле, нимә ти. Смәтри, балаҡай, теге ваҡыт ләж ятҡаныңды онотма. Мә, билеңә минең шәлемде лә урап ал. Ана, танауың да ебеп тора. – Әбей йәһәт кенә улының танау аҫтын һөртөп алды.
Әсәһе тағы ла улы өсөн борсолдо.
– Ҡолонсағым, ипләп кенә йөрө инде, һарай башына менеп тормаһаң да ярар, йә ҡолап төшөрһөң. Малға бесәнде үҙем һалырмын әле. Тауыҡтарға емде алыҫтан ғына һип тә ҡас. Анау ҡороғор әтәс үҙеңә ҡунып ҡуймаһын. Әллә нишләп кешегә ташлана торған холҡо бар. Бәләһенән баш аяҡ.
– Әсәй, ә бойҙай ҡайҙа ул?
...Бер нисә көндән Гөләйшә инәй күршеләрен Ҡөръән ашына йыйҙы. Ҡыуанысы бигерәк ҙур ине: күптән түгел генә алтмыш йәшен билдәләгән бәпесенә тәүге пенсияһын килтерҙеләр.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-12-24/b-pesk-t-ge-pensiya-yn-kilter-el-r-632708