– Бала саҡта минең йүнле бер уйынсығым да булманы, ә ҡыҙым мохтажлыҡ кисермәйәсәк, – тип иҫәпләгән Аймара ҡыҙын ныҡ иркәләтәлер, тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Әсә бик талапсан. Алисаны төрлө яҡлап үҫтерергә теләп, уны инглиз теле менән дә шөғөлләндерә, бейергә лә йөрөттө, һүрәт төшөрөргә лә, йөҙөүгә лә. Балалар баҡсаһынан һуң тура өйгә алып ҡайтмай, әллә нисә түңәрәккә, клубҡа йөрөткән әсә үҙҡурсауланыу осоронда үҙе лә бер аҙ еңел тын алды шикелле. Һәр хәлдә ҡыҙсыҡ өйҙә ултыра алды. Гаджет ҡосаҡлап.
Бала тыуғандан алып тиерлек телефонды ҡулынан ысҡындырмай. Аймара уға үҫеш өсөн төрлө йәнһүрәт күрһәтә, белем биреүсе, өйрәтеүсе уйындар, программалар ҡуя. Шуға ла Алисаның белмәгән нәмәһе юҡ. Әммә уның үҙ-үҙен тотошонда, кеше менән аралашыуында сәйерлекте күрмәү мөмкин түгел – ул йыш ҡына ысын тормошто виртуаль донъя менән бутай. Ихатаға сығып, башҡа балалар менән бөтөнләй уйнамаған, аралашмаған Алисаның былтыр әсәһенең етәгенән ысҡынып, ҡомлоҡҡа йүгергәненә шаһит булдыҡ. Бала бит, тиҫтерҙәре менән уйнағыһы килгәндер. Тик Аймара уны шунда уҡ ҡайҙалыр алып китә һалды, уйнарға, балалар менән танышырға ирек бирмәне. Әле яңыраҡ Алисаға, әйҙә, балалар майҙансығына бараһыңмы, тигәс, ул планшетынан айырылмай, битараф ҡына баш тартты. Аймара уның йыш илауына, башы ауыртыуына, йоҡоһоҙлоғона зарланды:
– Табипҡа алып барғайныҡ, бөтәһе лә яҡшы кеүек, әллә нимә булды балаға...
Ике юғары белемле ҡатын бәләнең башы үҙендә икәнен аңламай! Белгестәр бәләкәстәр өсөн гаджеттарҙың үтә хәүефле булыуы хаҡында аҙым һайын тәҡрарлай. Балаға күреү, тәмләү, ишетеү, тотоп ҡарауҙан мөһимерәк бер ни юҡ. Тойоу, һиҙеү органдарының камил эшмәкәрлеге ярҙамында улар донъяны танып белә. Шуға ла ҡыҙҙар һәм малайҙар ямғыр аҫтында күләүектәрҙе сәпелдәтеп кисергә, ҡар өҫтөндә аунарға, ҡомдан, тупраҡтан “әпәкәй”ҙәр әүәләргә, сәскәләрҙе еҫкәргә, ҡулға эләккән һәр нәмәне тәмләргә, әсәйҙең бишек йыры йырлағанын ишетергә тейеш! Тик бала менән “мәшәҡәтләнергә” ваҡыт тапмаған йәки унан вундеркинд яһарға ынтылған ата-әсә был ҡыуаныстарҙы гаджеттар менән алмаштырыуҙы ҡулай күрә. Уға киләсәктә оло проблемалар тыуҙырыуҙары хаҡында уйламайҙар: заман балаларының күбеһе 2,5 – 3 йәшкә гаджетоманға әйләнә.
Ундай балаларҙың күҙҙәре лә боҙола, фекерләүе лә үҙенсәлекле: тормошто компьютер уйыны кеүек ҡабул итеп, бөтә ваҡиғаларҙы, күренеште, хәлде кире әйләндерергә мөмкин, тип ышаналар.
Донъяны танып белеү тик электрон ҡорамал аша ғына барһа, баланың интеллектуаль үҫеше зыян күрә. Телмәре үҫешмәй (теле һуң асыла). Артабан яҙыу, иҫәпләү, уҡыу йәһәтенән ҡатмарлыҡтар тыуасаҡ. Физик үҫеше яғынан да ауырлыҡтар килеп сыға. Уларҙың сослоғо булмай, ипһеҙ тотоналар, абайһыҙ ҡыланалар, уң менән һулды бутайҙар.
Башҡа балалар менән аралаша белмәгәс, коллектив улар өсөн ҙур ғазап сығанағына әйләнеп, фобиялар, гиперәүҙемлек, тынысһыҙлыҡ кеүек проблемаларға килтерә.
Гаджет менән үҫкән баланың хис-тойғолар өлкәһендә лә ҡатмарлыҡтары була. Улар йә үтә йомоҡ, ябыҡ, йә, киреһенсә, әсәһенән бер тотам ҡалмай, илаулап эйәреп йөрөй. Иғтибарҙарын оҙаҡ туплай алмайҙар, артыҡ бер ни менән дә ҡыҙыҡһынмайҙар.
Компьютер уйындары менән мауыҡҡан балалар стресҡа тиҙ генә бирешеп бара, шунлыҡтан иммунитеттары көсһөҙләнә, нервы системаһы ҡаҡшай, психосоматик сирҙәр барлыҡҡа килә.
Аймараға шул турала әйтһәң, быны ҡолағына ла элмәй. Ул, әйтерһең дә, сабышҡа сыҡҡан саптар: бер нәмәгә ҡарамаҫтан, беренсе булып килергә! Тик тормош ярыш түгел. Финишҡа алдан барып етеү мәсьәләһендә Алисаның һаулығы, бәхете лә ҡаралмай. Һәм финиш түгел, ә юл шатлыҡ килтерергә тейеш түгелме?
Һуңғы айҙа Алисаны бер туҡтауһыҙ табиптарға йөрөткән Аймара уға тынысландырыусы, йоҡлатыусы дарыуҙар эсерә. Ә бит гаджеттарҙы ситкә быраҡтырып (ярай, шкаф башына булһа ла йәшереп), Алисаны урамға уйнарға алып сыҡһа, ҡыҙы шунда уҡ һауығыр ине. Үҙенең уйынсыҡтары булмаһа ла, ауылда көнө буйы урамда уйнағанын онотҡан...
* Исемдәр үҙгәртеп алынды.
Фото: пиксбей.ру
https://ye102.ru/articles/zd/2020-09-28/gadzhet-m-bala-767454