Шул ваҡытта әбейҙең бер аяғы бөгөлөп китте. Мансур тантана итте. “Хәҙер гөрһөлдәп йығыла ла йән бирә”, – тип уйлап ҡуйҙы ир. Ләкин көткәне тормошҡа ашманы. Әбей ниндәйҙер аңлайышһыҙ сәбәп менән йығылмай ҡалды. “Кеше өмөтө һабын ҡыуығы кеүек шул, – тип фекер йөрөттө Мансур. – Шартлай ҙа ҡуя, теләктәр тормошҡа ашмай ҡала. Бәхетһеҙ булып тыуғанмын мин. Тик әбей барыбер йығыласаҡ. Күп булһа тағы йөҙ метр юл үтер. Мәтәлләйәсәк. Минең уй өҫкә сығасаҡ”.
Ул әкрен генә әбей артынан юлын дауам итте. Тегеһе тағы өс тапҡыр саҡ ҡына йығылмай ҡалды, ләкин барыбер бер йорттоң подъезынан инеп китә алды. “Үәт, суҡынған мәскәй, – тип уйланы Мансур. – Тәки йығылмай ҡайтып етте. Ҡайҙан килә ҡарттарға бындай көс? Бына миңә ҡырҡ та тулмаған, ундай сыҙамлығым юҡ. Ҡыҙыҡ күреп булманы – әбей йығылманы. Бындай аяныс хәл булырын белгән булһам, ваҡытымды әрәм итеп артынан эйәрмәҫ инем. Өмөт көслө ине шул”.
Мансур, боролдо ла, үҙ өйөнә ҡайтып китте.
Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.