– Уйнап һөйләһәң дә, уйлап әйт – павильон нишләп осһон – самолет йәки ҡош түгел бит ул! Юлсылар автобустарға йәки башҡа төр транспортҡа ултырыр алдынан ел-ямғырҙан ышыҡланып торһон өсөн төҙөлә улар!
– Шулайын шулай ҙа. “Башкиравтодор”ҙың Иглин юл төҙөлөшө идаралығының баш инженеры район үҙәгендәге туҡталыш павильонын урынлаштырғанда “былай ҙа бара” тип йыш ҡабатлаған, тиҙәр. Һөҙөмтәлә, павильон бетон нигеҙгә ултыртылмай, тейешле инструкциялар үтәлмәй. Шулай ҙа инженер барлыҡ эштәрҙең тейешенсә атҡарылыуы хаҡында отчет бирә, документтарға тыныс күңел менән ҡул ҡуя. Күп тә үтмәй, былай ҙа саҡ торған павильон, ҡапыл иҫкән елгә урынынан ҡубып, әллә ҡайҙа барып ята. Уның ышығында торған егет менән ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре ала. РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре әле ғәҙәти булмаған осоусы аппарат уйлап табыусының ҡырын эштәре буйынса енәйәт эше асҡан.
– Ул инженер тигәнең, “Йондоҙҙарға осор инем – булһа ҡанатым” йырын хәҙер төрмәлә көйләп йөрөрмө икән? Бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!
Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.