-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Ноябрь , 14:00

Кәңәшмә

Сәлих ВАҺАПОВ Беҙҙең фермала йыйылыш үткәрергә булдылар. Һорауҙар ҙа күп кенә йыйылып киткән икән. Уларын йырып сыҡҡансы көн кисләне. Һауымды һуңлап башланыҡ.Иртәгеһен совхоз етәкселәре фермаға тағы килде. Ғүмерҙә булмаған хәл: һөт төшкән. Сәбәбе нимәлә? Кем ғәйепле?

Кәңәшмә
Кәңәшмә

Беҙ һөт кәмеүен асыҡларға йыйылышҡа йыйылдыҡ. Ләкин, сәбәбен таба алмай, йыйылыштан һуң ғына килеп сыҡтыҡ. Тағы һыйырҙарҙы һуңлап һауа башланыҡ.
Иртәгеһен һөт ҡырҡа кәмеүенең сәбәбен асыҡларға райондан килеп төштөләр. Был ни хәл? Райондың алдынғы фермаһында һөт кәмеһен әле.
Беҙ тағы йыйылышҡа йыйылдыҡ.
— Кем дезорганизатор? Уны вплоть до увольнения!, – тип йоҙороғон төйнәп, уртын сәйнәп, ярһыны район вәкиле.
Һөттөң кәмеү сәбәбен таба алмай, йыйылыштан төн уртаһында ғына башыбыҙҙы аҫҡа эйгән килеш, һөт һауырға таралыштыҡ.
Етәкселәр, һөттөң кәмеүен асыҡлау өсөн, ары йүгерҙеләр, бире йүгерҙеләр. Кәңәшмә артынан кәңәшмә үткәрҙеләр.
Беҙ йыйылыштан арығайныҡ инде, унда бармаҫҡа булдыҡ. Һауын ваҡытында һауылды, мал ваҡытында ҡаралды. Һөт күҙгә күренеп арта башланы. Етәкселәр, күрҙегеҙме, йыйылыштың файҙаһы тейҙе, тип ҡыуанышты.

Автор:
Читайте нас: