-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
19 Ноябрь , 10:00

Кредитҡа – мөхәббәт

Бына Батырхан үҙенең биләмәһе- ҙур баҙар буйлап әкрен генә атлап килә. Бөтә нәмә үҙ урынында, баҙарсылар ашығып әйберҙәрен әҙерләй, һәр береһе табыш алырға тырыша. Йылмайышып сәләмләйҙәр, ҡул биреп күрешәләр. Көн дә үтә һатыу рәттәре буйлап, шунһыҙ булмай, тәртип кәрәк бар ерҙә , тәртип. Ҡәнәғәт Батырхан, ныҡ тота баҙарҙы, уны Хан тип кенә йөрөтәләр, абруйы ҙур.

Кредитҡа – мөхәббәт
Кредитҡа – мөхәббәт

Шулай көндәрҙең береһендә уның эш бүлмәһенә ипле ишек шаҡып һылыу ҡатын килеп инде. Креслоһында ҡайҡая биреп ултырған Батырхан уны күргәс ҡалҡына биреп тертләп китте. Тертләрлек тә ине шул, бындай матур ҡатынды ғүмерендә тәү тапҡыр күрә тиһәң дә хата булмаҫ. Үҙенең һөйгәне лә ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡта ул, ләкин был нисектер икенсе төрлөрәк, ымһындырып тора.
Эйе, тыңлайым һеҙҙе, әйҙә ултырығыҙ – тип ҡаушауын белдермәҫкә тырышһа ла, үҙен был ханым алдында йәш егет кеүек хис итте. Тыйнаҡ ҡына килеп өҫтәл эргәһенә ултырғас, был яҡтарға яңы килеүен, баҙарҙа эш башларға теләүен белдерҙе ханым. Ныҡ булырға тырышты, бында урын һорап көнөнә ҡырҡ кеше килә, бөтәһендә ҡабул итә башлаһаң тәртип булмаясаҡ, тиеп эстән уйланы ул. Әммә булдыра алманы, иретте уның туң йәрәген был һылыу, нисек икәнен үҙе лә аңламаны.
Башланып китте уҡыуҙар тигән кеүек, шул көндән, юҡ шул минуттан башланды. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, баш-көлләйгә ғашиҡ булды Хан шәреҡ һылыуы Әсмирәгә. Нимәһе менән әсир иткәндер әммә, ул үҙен тыйып торорлоҡ хәлдә түгел ине. Шул тиклем ҙур баҙарҙы ҡаты тотҡан Батырхан уның алдында йыуаш малайҙай ебене лә төштө. Бар йомошон үтәргә әҙер, күктән йондоҙ һораһа, һис шикһеҙ менер, әмәлен табыр ине. Ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерҙе Батырхан бындай сибәрҙең үҙенеке булыуынан. Хатта егерме биш йыл бергә торған ҡатынын айырып, уның менән йәшәп китеү хаҡында ла уйҙар сыуалды башында, ҡаршы ла килмәгән кеүек Әсмирәһе. Бәхетле минуттар, бергә үткәргән көндәр бер-бер артлы оса торҙо, әлбиттә иң үтемле урын Әсмирәнеке ине, һатыуы ла уңышлы барҙы.
Бер көн иртүк, ҡобараһы осҡан һөйгәне килеп инде, Батырхандың йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды.
-Ни булды? -тиеп һикереп торҙо ул урынынан. Күҙ йәштәрен сығарып уның түшенә башын һалып үкһергә тотондо Әсмирә. Бер тынала, бик яҡын тыуғанының ҡаты ауырып китеүе, дауаланыуға күп кенә аҡса кәрәклеге тураһында теҙеп һалды шәреҡ һылыуы. «Әлбиттә, әлбиттә бирәсәкмен аҡсаны, күпме кәрәк шунсаны, һинең өсөн йәнемдә йәл түгел”, тип-теҙҙе албырғап ҡалған баҙар хужаһы.
-Ни саҡлы сумма кәрәк?
Биш йөҙ мең – тине, һулҡылдап һылыу ҡатын.
-Булыр!- тине, ышаныслы итеп Хан. Тик уның ҡул аҡсаһы юҡ шул, барыһы ла әйләнештә йөрөй, тауарға һалынған. Ҡурҡыныс түгел, банкир дуҫтары бар, һә тигәнсе кредит бирерҙәр, тиеп уйланы эстән Тимерхан. Ул фараз иткәнсә булды ла. Кискә уның ҡулында биш йөҙ мең түгел, бер миллион ине.
Аҡсаны ҡулына алғас, Әсмирәнең ҡайғылы йөҙө асылып киткәндәй булды, Батырхан да еңеләрәк тын алды.
–Бер айҙан килермен, барыһында ҡайтарырмын,- тине, тамам тынысланған ҡатын.
Иртән юлға оҙатып, самолетҡа ултыртып ебәргәс, Батырхандың күңелендә икеле-микеле уйҙар хасил булды. Булмаҫ, алдамаҫ, насар кеше түгел, бере-береһенә ысынлап ғашиҡтар бит, китаптағыса...Ундай уйҙарҙы ҡыуа төшөп, елле машинаһының газына баҫты.
Бер түгел, алты ай үтеп китте, әммә Әсмирәнән бер хәбәрҙә килмәне. Шәреҡ һөйөүенән башын юғалтҡан Батырхан төпһөҙ кәмәгә ултырыуына инде аңлағайны. Башҡа бер ҡасан да иҫһеҙ ғашиҡ булмаҫҡа үҙ-үҙенә һүҙ биреп, шул тиклем отолоуына йәне көйөп, сираттағы кредитын түләргә банкка табан атлауы әле.
Ә был ваҡытта Әсмирә бер ҙур ҡаланың, ҙур баҙар хужаһының ишеген ипле генә шаҡый ине.

Х. ӘБҮБӘКЕРОВ

Автор:
Читайте нас: