Һуңғы осорҙа төрлө януар һындарын әүәләп ҡуйыуға ла әүәҫләндек. Парктағы күл эргәһендә “Ҡыр өйрәктәрен ашатмаҫҡа” тигән яҙыу һәм... ауыҙын ҙур асҡан гипопотам урынлаштырылған. Ашатмай ҡарағыҙ – ашайым, тип әйтергә теләйме? Бында тыйыу билдәләре ифрат күп, тик уларҙы бер кем дә үтәмәй. Күлдә һыу инергә ярамай, тик ҡыуанышып инәләр. Эттәр менән йөрөргә ярамай, ә йөрөй бирәләр. Уҫал эттән балаң ҡурҡып илаһа, ҡарт әбейҙең аяғынан эләктерһә – кешеләр үҙҙәре ғәйепле, эттәрҙән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк бит. Уларҙың хужалары менән бәхәсләшеү ҙә мөмкин эш түгел, ана, бер аҡыллыһы нәмә ти, проблема булыуын теләмәһәң, ауыҙыңды яп, атайым – депутат, әсәйем полицияла эшләй!
Беҙҙә көнбайыш илдәрҙән килгән квадроберҙар хәрәкәте, йәғни төрлө йәнлек образына инеү, уларҙың ҡыланыштарын ҡабатлау таралып китте. Элек Яңы йыл алдынан шыршы байрамына ғына йәнлек булып кейенеү бар ине. Хәҙер иһә дүрт аяҡлап йөрөүсе, эт, бесәй булып ҡыланыусылар йыш осрай.
Ғөмүмән, эргә-тирәбеҙҙә йәнлектәр күҙгә күренеп арта. Киров урамындағы скверҙа ял итеүселәр бындағы ғәйәт ҙур гориллаға һағайып ҡарай, көтмәгәндә өҫтөңә һикерер кеүек. Үҙәк баҙар янындағы «Уралсиб» банкыһы макетының өҫтөнә, кеше ҡурҡытып, олоғара сапсан ултыртып ҡуйғандар, кредит алыуы бик ҡыйбатҡа төшә, банк тирәһендә юҡҡа йөрөмәгеҙ, тимәкселәрме? «Родина» кинотеатры эргәһендәге майҙансыҡты ниңәлер Нептун батшалығына әйләндергәндәр, гүйә бында, миллион йылдар элекке һымаҡ, һаман диңгеҙ йәйрәй. Русалкаһы ла, торнаһы ла, диңгеҙ Аллаһы ла бар бында.
Шәрә балалар скульптуралары ла күп беҙҙә. Элекке «Искра» кинотеатры янында ҡурай тотҡан яланғас малай бик күптәнән урын алғайны. Балалар филармонияһы янындағы шундай уҡ ҡыҙ ҙа һыуы ҡороған резервуарға моңһоу ғына ҡарап тора. Әллә шул һыуҙа кейемен йыуғас, уныһы ағып киткәнме? Ҡыҙыҡ, уның күҙҙәре танауына төбәлгән, ҡылыйланған тиерһең. Әллә ҡала символын ижад итеүселәр кистән арыу ғына “тейәп”, үҙҙәренең хәл-торошон сағылдырҙыларымы икән?
Әнүәр ТЕРЕҒОЛОВ.