– Шулайын шулай, тик бына ошо ауылға барып етерлек түгел икән. Юлдары бик насар, тиҙәр.
– Насар юл менән аптыратырһың хәҙерге заманда! Халыҡ башлыса нимәгә зарлана – юлдарҙың үткеһеҙ булыуына. Айырыуса ауылдар араһында хәлдәр хөрт. Ана, яңыраҡ Ғафури районында Красноусол – Ҡауарҙы автобусы Һабай ауылы янында оҙаҡ ҡына ваҡыт батып ултырған. Ярай әле бер изге күңеллеһе “Беларус”ы менән тартып сығарған. Еҙем-Ҡаран ауылы янындағы боролоштан Ҡауарҙы ауылына тиклемге 17 саҡрым самаһы араны Ҡауарҙы, Аҡташ, Һабай, Юлыҡ ауылдары халҡы михнәт күреп, “юл бөтһә – тыуған яҡ башлана” тип һуҡрана-һуҡрана көс-хәлгә үтә. Ә урындағы етәкселәр тиҫтәләрсә йылдар буйы “ярай, булыр” тип кенә яуаплай.
– Бәлки, Ғафуриҙарға ла берәй заман сират етер. Ана, Башҡортостан Республикаһы Башлығы – Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә 17 саҡрым оҙонлоғондағы Айғырбатҡан – Гусев юлын өс йыл эсендә тәртипкә килтерергә ҡушты бит. Айғыр батып ятырлыҡ булғас, юлдарының ниндәй хәлдә булыуын үҙең күр ҙә, үҙең бел инде.
– Сират етһен, тип юрайыҡ. Юҡһа әсе телдәр Һабай ауылының исемен Автобусбатҡан тип йөрөтә башларға ла күп һорамаҫ.
Өлгөр ТИКТОРМАҪОВ.