-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Ноябрь , 10:00

Шифрланыусылар...

Ирем Силәбе аэропортына һуң ғына килеп төшә, был ваҡытта тимер юлы вокзалына барырға автобустар булмай. Туҡталышта өшөп торғанында янына еңел машина килеп туҡтай:– Ҡайҙа бараһығыҙ?– Тимер юлы вокзалына.– Хаҡын килешербеҙ, әйҙә, ултырығыҙ, алып барам.

Шифрланыусылар...
Шифрланыусылар...
Ирем машинаға ултырыу менән миңә шылтыратты:
– Булды, тимер юлы вокзалына китеп барам.
– Автобус килдеме әллә? – тип ҡыуандым.
– Юҡ, бер еңел машина килеп сыҡты.
Шунда уҡ күңелемә ҡурҡыу тойғоһо ояланы. Әҙме ни юлбаҫарҙар, кешене талаусылар?! Төн уртаһы, бер кем юҡ... Шуға ла һағайып ҡына:
– Телефондан һөйләшкәнебеҙҙе ул ишетәме? – тип һорайым.
– Эйе, – ти ирем. – Телефондың тауышы көслө бит.
– Улай булғас, үҙебеҙҙең генә телдә, “эйе”, йә “юҡ” тип кенә һөйләшәйек. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын, тим, әллә ниндәй әҙәмдер, кем уны белә... Машинаһының номерын күрҙеңме?
– Ҡараңғыла кем уның номерына ҡараһын, етмәһә, ҡар яуа бит.
– Ә машинаһы ниндәй? Сит илдекеме, әллә үҙебеҙҙең автопроммы?
– Сит илдеке.
– Ниндәй марка?
– Беҙҙеке кеүек.
– Ә водитель ниндәй милләткә оҡшаған? Кавказмы, урыҫмы, тигәндәй...
– Икенсеһенә тартым, аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле.
– Тимәк, урыҫ милләтенән. Сәсе бармы?
– Бар.
– Ныҡ ҡыҫҡамы?
– Уртаса, – ирем көлә.
– Көлмә, – тим уға. – Һинең өсөн борсолам бит.
– Ул минең яҡҡа шикле генә ҡараш ташлай, шуға көләм.
– Ул оҙонмо?
– Уртаса буйлы.
– Йыуанмы?
– Юҡ, киреһенсә.
– Тимәк, ябыҡ?
– Ыһы.
– Ул йәшме?
– Эйе.
– Нисә йәш самаһы? Егерме?
– Өлкәнерәк.
– Егерме бишме?
– Саҡ ҡына өлкәнерәк.
– Тимәк, утыҙ самаһы?
– Эйе, шул сама.
– Өҫтөнә нимә кейгән? Курткамы, дубленкамы?
– Беренсеһен.
– Ниндәй төҫтә?
– Ирҙәр, ғәҙәттә, ниндәй төҫтәгеһен кейә һуң?
– Ҡара.
– Тап шулай, – иремә көлкө, ә мин алдымда ятҡан ҡағыҙға дөбөр-шатыр килеп шартлы енәйәтсенең “портретын” төшөрәм.
– Һөйләшкәндә берәй ниндәй үҙенсәлеге һиҙелмәнеме? Хәрефтәрҙе, мәҫәлән, асыҡ әйтәме?
– Эйе, – иремдең көлөүен саҡ тыйғанын трубканың был яғынан да асыҡ самалайым.
– Көлмә әле, һинең хәүеф­һеҙлегең өсөн тырышам бит. Әйткәндәй, битендә һаҡал-мыйығы бармы?
– Юҡ.
– Миң кеүек нәмәләре күренмәйме?
– Миңә боролоп ҡарағыҙ әле, битегеҙҙә миң-сөйәлде ҡарайым, ҡатыным белешә, тип һорайыммы? – ирем тыйыла алмай, көлә башлай.
– Ҡара әле, хәҙер һөйләшә башлаһағыҙ, ҡайҙан ҡайтып килгәнеңде уға әйтә күрмә, зинһар, йәме. Бының аҡсаһы бер тоҡсай, тип, нәфсеһе ҡуҙғып китмәһен. Тик ҡайҙан ҡайтып киләм тиерһең икән, ммм?.. – аптырап башымды тызыйым, яуапты ҡабаланып-ҡарһаланып түшәмдән эҙләйем. – Бәлки, армиялағы улыбыҙҙың хәлен белешергә Ковровҡа барҙым, тиерһең?
– Ә ул Ковровта хеҙмәт иткән булып, ундағы хәл-әхүәлдәрҙе һорай башлаһа, ни тиермен?
– Ярай, берәй нәмә уйлап сығарырһың, фантазия һиңә нимә өсөн бирелгән? Ой, бында минең ҙур бәлеш беште, буғай, көйөк еҫе сыға! Вокзалға барып етеү менән, килеп еттем, тип, шылтыратырһың инде миңә! Бәйләнә-нитә ҡалғандай тойолһа, һинең турала мәғлүмәттәр ҡатынымда бар, уға ваҡытында шылтыратмаһам, бар полицияны хәҙер аяҡҡа баҫтыра, ул яман псих, тиерһең, йәме.
Ирем көлә-көлә, ярай, тине:
– Шул тиклем борсолмаһаң да булыр ине, беренсе көн йөрөмәйем бит юлда.
– Юл хәлен белеп булмай! Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай.
Ярты йыл кеүек тойолған бер нисә минуттан һуң ирем, ниһайәт, шылтыратты:
– Мин – вокзалда!
– О-о, аллаға шөкөр, – тип еңел тын алдым. Ирем шарҡылдап көлә-көлә хәбәрен һөйләне:
– Бая һинең менән һөйләшеп бөткәс, водитель минән һорай: “Һеҙ ниндәй милләттән ул?” Мин – башҡорт, тим. Водитель шул саҡ руссанан татарсаға күсеп, ә мин – татар, әйтәм, һөйләшеүегеҙ беҙҙең телгә оҡшаған, тимәһенме! Оялыштан ҡып-ҡыҙыл булдым, шунан икәүләп салон тултырып хахылдашып көлдөк. Мин машинанан төшкәс, водитель, шифровальщиктар, блин, тип көлөп китеп барҙы.
Татар егетенең минең ни һөйләгәнемде тулыһынса ишетеп, аңлап барғанын күҙ алдына баҫтырып, ирем ыңғайына мин дә көлөргә тотондом. Шундай ул мин, шифрланыусы...
 
 
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: poembook.ru
 
https://ye102.ru/articles/litra/2017-03-06/shifrlanyusylar-539308
Автор:
Читайте нас: