-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
29 Ноябрь , 10:00

Халыҡ көтә ул...

Йәкшәмбе кис Ғәләүетдин ағай, киң билдәле ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, шылтыратты:– Хәтерләйһеңме, – тине ул, – теге көн минең тыуған яҡҡа ҡайтып әйләнергә һөйләшкәйнек?– Эйе...– Шул һөйләшеү көсөндәме? – Кәнишне. Нисәһе тинегеҙ әле осрашыу? – ағайҙың ярты йыл элек тыуған ауылында юбилей кисәһе була тип һөйләнгәне иҫкә төштө.

Халыҡ көтә ул...
Халыҡ көтә ул...

– Әй, шәпһең дә инде, ҡустым! Ағайыңды онотмайһың. Ошо кесаҙна инде. Иртәнән һуң. Бушайһыңмы?
– Булдырабыҙ уны! Сәғәт нисәгә барып етергә?
– 11-гә.
– Улай булғас, 7-нән дә ҡалмай сығырбыҙ. Берәй сәғәт алдараҡ барып тын алырбыҙ, ауылығыҙ менән таныша торорбоҙ. Халыҡты көттөрөргә ярамай...
– Ярай...
Кесаҙна иртән икәү генә юлға сыҡтыҡ. Кәйеф күтәренке. Машинам йүгерә. Дәрәжәле пассажирым, ҡарашын алыҫтарға төбәп, уйҙар донъяһын гиҙә... Йоҡлап та ала. Борсомайым. Ике сәғәт тигәндә, доктор:
– Хәҙер алда бик шәп кафе булыр, һин шунда боролоп ин. Ашап алайыҡ, ҡустым, – ти.
– Әллә былай, бик асыҡтырманы ла шикелле, – сәғәткә күҙ һалам – ун минут сарыф итергә була.
Мулыраҡ ултырып ташланылған – бер сәғәт һиҙелмәй үткән дә киткән. Ни хәл итәһең. Заманыбыҙ алдынғыһы, арҙаҡлы шәхесебеҙ тыуған яғына ҡайтып бара бит. Уның, шым ғына ашай башлау урынына, кассалағы ҡыҙҙар менән йәнле әңгәмә ҡороуын тәбиғи хәл тип ҡабул иттем...
Юлды дауам иттек. Ағайҙың теле сиселде: тыуған яғының ер-һыу атамаларын, урман-ҡырҙарҙа ниндәй кейек-януар, ҡош-ҡорт көн итеүен белә икән, урындағы риүәйәт-легендаларға ла төшөп китә. Бер үрҙә, Ағиҙелдең арыу ғына ҡултығы ус аяһындай күренгән ерҙә, юбилярҙың һорауы буйынса туҡтап, иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ.
– Ошо урынды Сәфәров ағайым ныҡ яратты, тип иҫтәлектәр яҙырһың әле берәй 20-30 йылдан, минең һымаҡ, пенсияға сыҡһаң, ҡустым...
Ағай йәшлек хәтирәләренә, үҙенең хеҙмәт юлын һүрәтләүгә төшөп китә. Комсомол, партия замандары, рухи күтәрелеш, үҙгәртеп ҡороуҙар, реформалар, яңы дәүер...
– Әйҙәгеҙ, ҡалғанын машинала һөйләрһегеҙ, – тип ағайҙы машинаға ыңғайлатам. – Халыҡ көтә бит...

– Ҡабаланма, ҡустым, ашыҡма, – ти юлдашым ел туҙҙырған һирәгәйгән сал сәстәрен төҙәтеп, – өлгөрөрбөҙ. Көтөрҙәр.
Үҙе, телефонын ҡулына алып, кемделер Ағиҙел күперен үтеүебеҙ тураһында иҫкәртергә лә өлгөрә.
– Үтмәнек тә баһа, – тийеүемә:
– Үтербеҙ. – тип кенә ҡуя.
Ярты сәғәттән күперҙе үтәбеҙ, унан – Ғәләүетдин Сәфәровтың тыуған районы сигенә етәбеҙ. Беҙҙе шунда затлы машинаһында район башлығының беренсе урынбаҫары үҙе ҡаршы ала, һуңынан туп-тура башлыҡҡа алып инә. Унда – сәй табыны, күстәнәстәр, йәшлек хәтирәләре, хеҙмәт юлы, партия, күтәрелеш, үҙгәртеп ҡороуҙар, реформалар тураһында әңгәмә... Тағы бер сәғәт...
Ағайҙың ауылы район үҙәгенән әллә ни йыраҡ түгел икән – 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына. Үҙәктән сыҡҡас та, машина мейесенә ҡыҙыулыҡ өҫтәйем. Юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙмай ғына, әлбиттә.
– Ҡабаланма, ҡустым, – ти Ғәләү ағай.
– Һуңланыҡ бит...
– Халыҡ көтә ул, бер ҡайҙа ла китмәй.
Ауыл мәктәбенә етәрәк, ни күҙебеҙ менән күрәбеҙ, мәктәптән, ҡаҙ бәпкәләре һымаҡ теҙелешеп, бер төркөм уҡыусылар сыҡты ла, тирә-яҡҡа һибелде. Араларында бер өлкән кеше лә бар.
– Һаумы, кем, Хәйҙәрҙеке килен, – тине ағай, машинанан төшөп, ҡоласын йәйеп.
– Һау ғынабыҙ, эһем, эһем, Ғәләү... Ғәләүетдин ағай... Мәхмүт улы. Ғәфү итегеҙ. Һуңланығыҙ бит. Балаларҙы тәүҙә мәктәп алдында, унан эстә бер сәғәт тоттоҡ та, асыҡтыҡ, өшөнөк тигәстәре, ҡайтарып торҙоҡ. Хәҙер, хәҙер киренән йыйырбыҙ, һеҙ ашап ҡына алығыҙ ҙа... Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәр янына. Улар, самауыр яңыртып, һеҙҙе көтә.
Мәктәп ашханаһында матур өҫтәл әҙерләнгән. Аяҡтары тулы бишбармаҡ! Ағинәйҙәре генә тулы составта түгел икән.
– Хуш килдегеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар! – тине аш-һыу тирәһен йүнәтеп йөрөгән яңғыҙ ағинәй – һеҙҙе көтөп-көтөп, көтөк булһаҡ та, бәхетебеҙ булғас, көтөп алдыҡ бит бына.
– Бүтән ҡыҙҙар ҙа ултырышһын, – тине Ғәләү ағай, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас. – Ҡайҙа улар?
– Һеҙ юлда тотҡарланғас, әхирәттәремде өйҙәренә таратып торғайным шул. Улар телефонда, һеҙҙең ашағанды ғына көтә. Хәҙер, хәбәр итһәм, биш минут эсендә килеп етәләр.
Ашап-эсеп алғас, Ғәләү ағай һүҙ башланы:
– Күңелем тулды, килен, әй, шәпһең дә инде! Ағинәйҙәрең дә, балалар ҙа мине өйҙәрендә генә ултырып көтөргә таралышты тигәсегеҙ, бигерәк ҡыуанамын. Халҡымдан уңдым! Беҙҙекеләр көтә, ҡәҙер итә белә шул...
Фән докторының ялҡынлы телмәрен телефон тауышы бүлде...
– Эйе, – тине апай шыбырҙап, – килде. Бер нисә баланы ла алығыҙ... Ҡунаҡты көттөрмәйек инде...

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: