Әлегә тик бер генә әбейҙе урларға тура килде, әммә форсаты сыҡһа, башҡаларын да урламаҫмын, тип кем гарантия бирә?! Бер кем дә! Сөнки һис кемгә лә, хатта үҙеңә лә ышаныс юҡ ул бөгөнгө заманда. Шуға ла бынан ары бер ваҡытта ла бер әбейҙе лә урламайым, тип вәғәҙәләр бирә алмайым...
Ә хәҙер минең криминал...ыыы-ы, ярай, тарих, ти, хаҡында ентекләберәк.
Вапщы уйламағанда ҡырын юлға баҫылды, йәмәғәт. Тыныс ҡына ҡайтып килә ята инем. Аяҡтан йығырҙай булып иҫкән һалҡын елде иҫәпләмәгәндә көн дә пашти һәйбәт ине, болоттар артында ҡайҙалыр ҡояш та бар ине, ҡоштар һайрай ине наҙлы ғына ҡарҡылдашып, йәғни беҙгә яҙ килеп еткәйне, тиерлек. Һәр хәлдә гүзәл миҙгелдең һулышын елкәм менән тойоп, "ҡупшы өшөмәй, ҡалтырап ҡына" ҡайтып килгәндә, бер ҡатын өндәште:
- Ҡан баҫымынан дарыуың юҡмы? Бына әбейгә кәрәк.
Ә минең ғүмер буйы ҡан баҫымым ныҡ түбән, яратҡан дарыуым - цитрамон. Ғүмеремдә бер тапҡыр тонометрҙың күрһәткестәре 140-ҡа менеп етеп, урыҫтар әйтмешләй, чуть коньки не отбросила. һәр хәлдә ҡан тамырҙарым ундай баҫымды тыуғандан алып күргәне булмағас, миңә шәхсән һәр береһе харакири эшләй яҙҙы. Әлбиттә, ул турала һөйләп торманым билдәһеҙ ҡатынға, юҡ шул, тип ҡулдарҙы ғына йәйҙем.
"Әбей" тигәне - ҡыштан бирле күрше подъезд алдында күренгән бик абруйлы йәштәге ҡатын. Мин зарығып яңғыҙы ултырған әбей-бабайҙар янынан тыныс ҡына вайымһыҙ үтеп китә алмайым, мотлаҡ тел сарлап, бөтә яңылыҡтарымды һөйләп ташлайым. Иркәм: "Кеше һинән, хәлең нисек, тип һораһа, һин бала сағыңдан алып бөгөнгө хәлеңә тиклем вис һөйләйһең дә ҡуяһың. Шулай асыҡ-ярыҡ килеш нисек ошо йәшеңә тиклем етә алғанһыңдыр, аптырайым", - тип хайран ҡала гел дә. Мәйтәм: "Күҙгә ҡарап, хәлде һорап торған саҡтарында ҡалайтып йәшерәһең?!" "Кеше әҙәп өсөн генә хәлде һорай", - ти иркәм. "Дә-әә?! - тип минең аптырарға сират етә. - Ә мин кешенең хәлен һорағанда, ысынлап хәле менән ҡыҙыҡһынам... Улар ҙа шулайталыр, тип уйлағайным..."
Әй, быныһы һүҙ ыңғайында ғына булды.
Әлеге мәлдә таяҡҡа таянып, ҡалтыранып торған һөйкөмлө әбей ҙә минән үткән-сүткән һайын, хәлең нисек, тип һорай, мин вис һөйләйем, уның үҙенең хәлдәрен һорайым, яғымлы итеп әңгәмәләшкәндән һуң икебеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалып, үҙ юлыбыҙҙы дауам итә торғайныҡ. Шуға ла был матур ғына, аҡ ҡына йөҙлө әбейҙең ниндәй район-ауылдан, урамдан булыуын, нисә йәштә икәнен беләм. Әбейгә дарыу кәрәк, тигәс, өйҙә аспириндың барлығы иҫкә төштө (асылмаған да килеш ята, сәскә-гөлдәргә һалырға тейеш инем мин уны, онотҡанмын).
- Аспирин барамы? - тип һорайым.
- Бара! - тине ышаныслы теге ят ҡатын.
- Хәҙер улайһа сығарып бирәм!
Әбейгә дарыу белешкән ҡатын үҙенең подъезына инеп китте, мин үҙебеҙҙекенә һикерәнләнем. Домофон төймәһенә асҡысты баҫҡан ыңғайы әбейгә күҙ һалһам, ул бер яҡҡа янтайып йығылып бара! Ике һикереүҙә янына барып еттем:
- Башығыҙ әйләнеп киттеме әллә?
- Эйе, - ти саҡ-саҡ, үҙе йылмайырға маташҡан була. - Кисәгенән бирле башым ныҡ ауырта.
- Инеп ятыр инегеҙ. Һеҙ нисәнсе фатирҙан?
Ул ниҙер әйтергә теләне, тик теле әйләнмәне. Ҡотом осоп, 112 номерына шылтыраттым, ә унан тик бот минең менән һөйләшкәндәй булған икән - оператор алмай ҙа алмай.
- Әйҙәгеҙ, беҙгә! - аяҡтары тотмай башлаған әбейҙе ҡултыҡлап алып, иремә шылтыраттым да, ул трубканы алыу менән, һөрәнләнем:
- Бында күрше әбейҙең хәле ҡапыл насарайҙы! Үҙебеҙгә алып ҡайтып киләм! Сығып ярҙам ит!
Уның яуабын да көтөп тормайынса, телефонды һүндереп, әбейҙе подъезға индерҙем, иркәм ошо мәлдә инде беҙгә ҡаршы йүгереп төшөргә тейеш, ә уның духы ла юҡ, тип аптырап, бөтөнләй быуынһыҙға әйләнгән әбейҙе күтәреп тигәндәй үҙебеҙгә мендерҙем һәм ҡан баҫымын үлсәй һалып, "Тиҙ ярҙам" саҡырҙым:
- Бында оло йәштәге әбейҙең ҡан баҫымы 240! Йәһәтерәк булығыҙ!
Әлдә фельдшер шәп кенә килеп етте, дарыу ҡаптырып ебәрҙе, укол ҡаҙаны (миңә түгел, әбейгә, хотя миңә лә артыҡ булмаҫ ине) һәм бер-ике сәғәт ҡуҙғалмай ятып торор кәрәк, тип тыҡып-тыҡып ҡайтырға йыйынды. Үҙе миңә ғәләмәт көйә:
- Ниңә яҡынығыҙҙы ошо хәлгәсә еткерҙегеҙ?! Инсульт булғанын көттөгөҙмө? Бындай ҡан баҫымы менән шаярырға мөмкинме ни?!
Ыҡ-мыҡ килеп, хәлде аңлаттым, яҡындарының кемлеген дә белмәйем, тинем:
- Мин күрше генә, извините, простите.
Фельдшер ҡағыҙҙарҙы тултырғанда әбейҙең исем-фамилияһын, ҡайһы яҡтан, нисә йәштә булыуын хәтер ҡапсығынан соҡоп сығара, әйтә алдым ҡалай ҙа.
Үҙ эшен яҡшы белгән фельдшер сығып киткәс, ҡан баҫымы рәтләнгән әбейем йомарланып ҡына ятып, йоҡоға талды. Үҙе бәләкәй генә, кескәй генә усын бите аҫтына һалған да. Яҡлауһыҙ бала кеүек кенә... Аяҡ осона ғына баҫып, өҫтөнә мамыҡ шәлемде яптым да, шунда ғына телефонды алып, иремдең эшкә иртәрәк киткәне тураһында смс-хәбәрҙе уҡыным. Хәлебеҙҙе һораған. Һеҙ беләһегеҙ, мин смс аша ғына хәлемде һөйләй торған кеше түгел, миңә иркенлек талап ителә - һәм мин йоҡо бүлмәһенә сығып, шылтыраттым да, түкмәй-сәсмәй ни булғанын һөйләп бирҙем.
Ул миңә:
- Әбейеңде эҙләһәләр? - тип һорай.
- Ирекмәндәргә хәбәр итерҙәр, йәғни беҙгә, - тип көлдөм. - Борсолма, мин тәҙрә аша ҡарауыллайым, эҙләгәндәй кеше булһа, шунда уҡ уны иҫкәртермен. Ә эҙләмәһәләр, үҙебеҙҙә алып ҡалырбыҙ - шундай йәтеш кенә әбей!
Көлөштөк тә, мин эшемде эшләргә ултырҙым. Ара-тирә тәҙрәгә күҙ һалам. Һәм бер ҡатындың шул подъезға инеп барғанын күреп, балконға саптым, әбейҙе эҙләмәйһегеҙме, тип һорарға. Әммә мин балкон тәҙрәһен асып мәшәҡәтләнгәнсе, ул инеп тә китте.
Бер ваҡыт ирем миңә, йорттоң чатында әбейеңде эҙләйҙәр, буғай, ошо номер буйынса шылтырат, тип номер ебәрҙе. Уй, хәҙер әбейҙең имен-аман миндә йоҡлап ятҡанан белһәләр, үәт, исмаһам, ҡыуанырҙар, тип улар өсөн шатланып, икенсе бүлмәгә сығып, шылтыраттым.
- Һаумыһығыҙ! Борсолмағыҙ, әбейегеҙ миндә, - тип әйтә башлауым булды, ҡатын кешенең шарылдауынан ҡолағым зыңлап китте:
- Нишләп уны алып ҡайттың? Мин һине полицияға яҙам! Судҡа бирәм! Мин уны бында эт булып эҙләйем!
Аңлатырға маташып ҡарайым, әбейҙең хәле ҡапыл насарайҙы, нисәнсе фатирҙан икәнен әйтә алманы, тип, ҡайҙан, татылдығы ғына сыға, мине әрләпме-әрләй, һүҙ ҡыҫтырырға ла хут бирмәй. Әйткәндәй, аңғарҙығыҙмы, бер генә әбейҙе урланым, ивет, ә ике кешенән әрләнеп тә ҡалдым. Шулай ҙа икенсегә, судҡа бирәм, тигәненә, хәҙер үк туҡтағыҙ, минең менән улай һөйләшмәгеҙ, мин һеҙҙең үҙегеҙҙе судҡа бирәм, әбей кисәгенән бирле ауырыған, ә һеҙ уға ярҙам да итмәгәнһегеҙ, шул-шул фатирҙа йәшәйбеҙ, килегеҙ ҙә алығыҙ яҡынығыҙҙы, тип телефонды һүндерҙем.
Фурия ише килеп инде, миңә ябырылды, уянып та бөтмәгән, ҡурҡҡан әбейҙе ныҡ итеп әрләп ташланы:
- Һинең генә дәвлинйә икән. Һинең арҡала минең үҙемдең дәвлинйәм күтәрелде. Мин дә йәш түгел!
- Давлением булмаһын тиһәгеҙ, ул тиклем ҡысҡырмағыҙ, - тинем сабыр ғына. - Тынысланығыҙ.
Ҡатын әбейгә кейенергә ҡушты, минең күҙ алдында уны елтерәтергә итәсе. Ә мин инде әбейгә эҫенеп тә киткәйнем (урлап тигәндәй ни алып ҡайтҡас, ҡәҙерле!), уны үҙем ипләп кенә кейендереп, бала кеүек йыуатып, аяҡ кейемдәрен кейҙерҙем:
- Беҙгә күсегеҙ ҙә килегеҙ! Мин көнөн-төнөн баш күтәрмәй эшләйем инде эшләүгә, уның ҡарауы иркәм киске алтынан һуң буш!
Ҡатын ҡарашы менән мине саҡ ашаманы, шикелле. Әбейҙе ашыҡтырып атлатып, алып сығып киткәс, оло кешене тамам хәлдән тайҙырмаһын, тип борсолоп, фатирҙарына тиклем ҡултыҡлап оҙатыштым (ҡатын ут инде ут, курткамды кейгәнде лә көтөп торманы, сатай-ботай атлап барған килеш кейендем).
Икенсе көнөнә әхирәтем менән китеп барһаҡ, шул ҡатын ҡаршыға килә. Уны күреп ҡалыу менән, әбейҙең хәле нисек, тип һорай һалдым. Ул миңә ҡарамай ҙа, моронон текә сөйөп, мыңғырлап үтеп китте:
- Наррмальна!
Хәйер, уның урынында мин дә шулайтыр инем, саҡ яҡынын урламаным даһа! Һеҙ ҙә һаҡ булығыҙ әбейҙәрегеҙгә: һеҙ тегеләй-былай иткәнсе минең уларҙы урлап та ҡуйыуым бар. Тәжрибә, щитай, бар!
P.S. Әйткәндәй, әлдә генә оло кешегә теләһә ниндәй дарыу ҡаптырмаҫҡа башым еткән - аспирин ярамаған булған икән (беҙгә килеп ҡайтҡан талапсан фельдшер әйтте).
Айлыбаныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: dzen.ru