Һуңғараҡ, элемтәгә ялған ФСБ вәкиле ингән. Ул Рәйсә ханымдың иҫәбенән 30 миллион һум күсерелеүе хаҡында хәбәр итә.
Үҙенең әлеге хәлгә бер ниндәй ҙа ҡатнашлығы булмауын дәлилләү сифатында, актрисаға үҙенең иҫәбенән алып , “ФСБ хеҙмәткәрҙәренә” дүрт миллион һум аҡса күсереүен һорағандар. Шуныһы ҡыҙғаныс, ҡурҡыуға ҡалған яратҡан кино актерыбыҙ, тегеләрҙән алған барлыҡ шарттарҙы теүәл үтәгән. Хатта аҡса тапшырғанда “Шура” тигән кодлы һүҙен дә атаған.
Әммә өйөнә ҡайтҡас, Рәйсә ханым яңынан “ФСБ хеҙмәткәре” менән элемтәгә инергә тырышып ҡараған, тик барып сыҡмаған. Һуңынан хәлдең ниҙә икәнен төшөнөп ҡалған Рәйсә Рязанова ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт иткән.
Фото: vokrug.tv