– Улары ла хөрмәтле профессорҙарҙың лекцияларын тыңларға килмәйҙер бит?
– Юҡ, был бөжәктәр белем алырға тырышҡан студенттарҙың ҡанын эсә.
– Бәй, беҙ студент саҡта ҡанды уҫал уҡытыусылар ғына эсә ине. Ә ул бет, ҡандалалар медицина университетына нисек килеп эләккән һуң, иң таҙа урын ошонда булырға тейеш түгелме?
– Ишғәле, ҡыҙыҡ һорау бирәһең. Әлбиттә, студенттар йәшәгән ятаҡтан. “Роспотребнадзор” университет етәкселегенә юҡҡа ғына иҫкәртеү яһамаған. Хәлде төҙәтеүҙе талап иткән. Студенттарҙың ата-әсәләре хатта республика башлығына ла зарланған. Тик ғәжәп, университет етәкселәре генә, күпме генә эҙләп ҡарамаһындар, беттәрҙе тапмай икән. Ундай дошмандың беҙҙә булғаны юҡ, тип кенә ҡуялар, тиҙәр.
– Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Тәртип, таҙалыҡ өлгөһө булырға тейешле уҡыу йортонда шундай тәртипһеҙлектәр булһынсы әле. Беткә үс итеп уҡыуҙарын ташлап ҡуймаһын студенттар. Белем алыу урынына тырнанып ултырыуы һис тә еңел түгелдер!
Кәкре Бөкриев.