Өс ауыл егете, заман талабы булғандыр инде, алыҫ диңгеҙҙәр буйлап йөрөргә эшкә йүнәлгәйне. Мөхәмәтшаның юлдаштары һигеҙҙән һуң тиҙ генә училище бөтөрөп колхозда электрик булып эш башланы. Мөхәмәтша мәктәптән һуң армияға тиклем мал ҡарарға төштө, һуңынан хеҙмәтен үтәп ҡайтып, тағы һәнәк менән сыбыртҡыға тотонғайны. Шул саҡта ынтылдылар инде улар алыҫ йөҙөүгә.
Бына улар пароходлыҡтан вербовщик булып килгән агент алдында ултыралар. Теге икәүҙең хеҙмәт кенәгәһендә электрик, тип яҙылған, ә Мөхәмәтшаның – мал ҡараусы. Әңгәмә үткәс, анкета тултырыу барышында уның башына уй килде: “Былар карапта электрик булырҙар ҙа, ә мин кем? Палуба йыуасаҡмынмы? Юҡ, инде! Һеҙ, ағай-эне, берәй нисек минһеҙ генә бара тороғоҙ! Мин бында ҡалам!” Шунда ул торҙо ла ҡалды инде. Иптәштәре диңгеҙгә китте, ә ул яңынан мал ҡарарға кереште.
Их үкенә Мөхәмәтша үҙенең йәшлек хыялы тормошҡа ашмағанына. Инде бына утыҙ ике йыл да үтеп киткән. Эйе, ул ҡасандыр...
Ошо уйҙар менән Мөхәмәтша йәнә оло кабинетының киң тәҙрәһенә баҡты. Теге ваҡыт ғәрләнеп ул Бәләбәйгә электротехникка уҡырға барҙы бит. Аҙаҡтан? Һуң ул аҙаҡтан туп-тура алыҫ йөҙөүгә сығып китә ала ине лә бит. Юҡ, ул икенсе юл менән китте. Һуңынан институт. Ғилми дәрәжә. Профессор. Яғыулыҡ-энергетика университеты ректоры, министр урынбаҫары... Был нимә генә инде ул? Был яҙмыш уның хыялында инеме икән? Юҡ, әлбиттә.
Ул бит диңгеҙҙәр буйлап алыҫ яҡтарға йөҙәсәкмен, тип хыялланғайны ҡасандыр. Их, булмағас булманы инде. Әллә палуба йыуыр өсөн генә лә ризалашырға кәрәк булған да бит. Юҡ. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай шул хәҙер. Ана Зәки менән Иштуған теге ваҡыт сығып киттеләр ҙә, диңгеҙ, океандарҙы арҡырыһын-буйына йөрөп донъя күреп ҡыуандылар. Ә мин? Капитан уҡ булмаһам да, берәй исмаһам, хәтәр генә карапта өлкән палуба йыуыусы булып йөрөгән дә булыр инем.
Был ваҡытта Зәки менән Иштуған бишме, алтымы йыл алыҫ йөҙөүҙән һуң, ялҡып, тыуған ауылына ҡайттылар ҙа, инде бына ике тиҫтәнән артыҡ йыл мал ҡарай ине.
Раушан ҒӘЛИМОВ.