Сочила эш биреүселәрҙән алданған вахтасы ир өйөнә ике аҙна тигәндә ҡайтып ингән. Былтыр көҙ 41 йәшлек Марс Абдуллин унда барып, аҡса эшләп ҡайтырға булған. Төҙөлөшкә эшсе булып урынлашҡан. Тораҡҡа оҡшаған бер ергә урынлаштырғандар, көнөнә бер тапҡыр ашаталар. Шул уҡ ваҡытта аванс та, хеҙмәт хаҡы ла түләмәйҙәр.
Был вайымһыҙлыҡтан арыған ир, нисек тә булһа, бынан ысҡыныу яғын эҙләй. Һәм таба. Бер тин аҡсаһыҙ йәйәү ҡайтырға сыға. Сочиҙан Краснодарға ҡәҙәр оҙон юл үтә һәм юлда Ниджат исемле бер кеше менән таныша. Битараф булмаған егет иргә ризыҡ һатып ала уны машина заправкалау станцияһына илтә һәм алыҫ юлға йөрөгән яҡташтарын табырға тәҡдим итеп ҡалдырып китә. Ә үҙе Марстың хәлен һөйләп, социаль селтәрҙәрҙә ролик урынлаштыра. Уның банк картаһын, телефонын күрһәтеп видео төшөрә, миһырбанлы кешеләрҙән ярҙам итеүҙәрен һорап, яҙманы тарата.
Марс әйтеүенсә, ул буйҙаҡ, балалары юҡ, ярҙам итер кешеһе лә юҡ.
Күрһәтелгән ярҙамдан һуң ир Һарытау өлкәһенә барып етә. Ул арала битараф булмаған кешеләрҙән уның банк картаһына арыу ғына сумма аҡса ла күскән була. Марс Өфөгә тиклем машина табып, Башҡортостанға юллана.
Ике аҙна тигәндә ул өйөнә ҡайтып етә. Әле Белоретта йәшәгән ир, ошондай ауыр ваҡытта, үҙенә ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт белдерә. Киләсәктә эш табырға ниәтләй, ләкин инде Башҡортостандан ситкә китмәйәсәген әйтә.
Фото:Фото: кп.уфа.ру