-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Февраль , 12:00

Балыҡтар... ҡомға ҡаҙала

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА Бер йылды йәй, бик тә ямғырлы булыу сәбәпле, Инйәр йылғаһы әллә нисә тапҡыр ярҙарынан сығып ташты. Хатта бесән мәлендә лә булды шундай хәл. Сапҡан бакуйҙар ағып китеп бөттө. Бер заман шулай туҡтауһыҙ яуғандан һуң ҡапыл ҡыҙҙырып ебәрмәһенме! Бөтә халыҡ бесәнлектәренә ашыҡты.

Балыҡтар... ҡомға ҡаҙала
Балыҡтар... ҡомға ҡаҙала

Ә беҙҙең Сафа бабай – оҫта балыҡсы. Бар халыҡ бесән эшләгәндә, ул таң һарыһы менән балыҡҡа йүнәлде. Ҡыҙыҡ кеше ул. Шаян, йор һүҙле. Бөтә балыҡсыларға хас, бер аҙ фәстерергә лә ярата. Уны тыңлап, тишек шоманға ултырғандар ҙа байтаҡ. Ауылдаштары, холҡон белә тороп, һаман алданыуын дауам итә. Үҙенә асыу ҙа тотмайҙар бит әле. Өйрәнеп бөткәндәрҙер инде. Ҡайһы саҡ бабай үҙе лә етди булырға тырыша ул, йәше лә байтаҡ инде хәҙер. Ни ғәләмәттер, кеше араһына барып баҫтымы, теленән берәйһе тартамы ни, юҡ-бар һөйләргә тотона.
Был юлы ла шулай булды. Балыҡтан юлы уңып ҡайтып килеүе. Кәйефе шәп. Биҙрәһе туп-тулы балыҡ. Бесәнлегендә усаҡ яғып йөрөгән Айытбай ҡорҙашын күргәс, туҡталып китергә булды. Алдан әйтеүемсә, башында бер этлек тә юҡ ине. Берәй көрөшкә сәй генә эсер ҙә юлын артабан дауам итер...
Уның балығын күреп, ҡорҙашы уха бешерергә өс-дүрт балыҡ ҡалдырып китеүен һораны. Шул саҡ бабайыбыҙ үҙенең “репертуарына” әйләнеп ҡайтҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шундай уңай мәлде нисек ысҡындырһын, ти.
– Бәй, һин балыҡһыҙ тороп ҡалдыңмы ни? Мә, ал, миңә йәл түгел. Ләкин һин үҙең дә “һә” тигәнсе бер биҙрә балыҡ алып килә алаһың бит. Йылға ташып, ҡапыл ҡайтҡанға күрә, балыҡтар күпләп ҡорола тороп ҡалған. Хатта һыу буйындағы тирәк ботаҡтарында ла эленеп торалар. Ярҙа тулап ятҡандарын әйтеп тораһы ла түгел. Таяҡ менән ағаста аҫылынып торғандарының биленә генә һуҡһаң, төшкән һәр береһе осло морондары менән ҡомға ҡаҙалып тора. Аҙаҡ йыйып алырға ғына кәрәк. Унда халыҡ күп, күрерһең.
Айытбай был ваҡытта ҡорҙашының һөйләгәндәрен тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ул, яҡ-яғына ҡаранып, ҙурыраҡ һауыт эҙләне. Нисек тә күберәк табыш алып ҡайтырға уйы. Ләкин сәй ҡайната торған биҙрәнән башҡа бер нәмә лә күҙенә салынманы. Сәйе, әлбиттә, йәл. Беше утынды саҡ тоҡандырып, ут яҡҡайны. Ярай, уның ҡайғыһымы ни бында? Ул, “һә” тигәнсе биҙрәне әйләндереп ебәрҙе лә, һыу буйына йүгерҙе. Тамағы кипкән Сафа бабай “эһ!” тип кенә әйтеп өлгөрҙө.
Айытбай кире килгәндә сәй ҙә, янып торған усаҡ та, балыҡ та, алдарбай ҙа юҡ ине...

 

Автор:
Читайте нас: