-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Февраль , 14:00

Нимә эшләргә?

Мине эштә ришүәт алырға өгөт­ләй­ҙәр! Нимә эш­ләр­гә лә белмәйем хатта. Кәңәш кәрәк ине. Ярай, хәлде аңлатып үтәйем. Күптән түгел ҙур компа­нияға директор урынбаҫары бу­лып эшкә урынлаштым.

Нимә эшләргә?
Нимә эшләргә?

Эш хаҡы ҙур, алдағы урын­дағыһынан өс тап­ҡырға күберәк. Бер ай тирәһе эшләгәнемдән һуң, һалым түләмәҫ өсөн, компанияла төрлө схемалар ҡулланғандары асыҡланды. Бөтә тиерлек документтар минең аша үткәс, быны берәй көн белеп ҡалыуым билдәле инде. Теге көн директор мине үҙенә саҡыртып алды ла:
— Йә эштән китәһең, йә үҙеңә проценттар алып ҡалып, документтарға ҡул ҡуйып ултыраһың, — тине. Проценттар тигәненең түңәрәк кенә суммаһын ҡағыҙға яҙып миңә һуҙҙы.
Хәҙер инде нимә эшләргә тип баш ватам. Төн йоҡоларым йоҡо түгел, ашау ҡайғыһы китте. Уйға батып йөрөп, хатта ҡоро һөлдәгә ҡалдым. Хаталанып ҡуйһам тип ҡурҡам. Ярҙам итегеҙсе: ул сумманы картаға күсерһендәрме, әллә ҡулаҡса итеп кенә алайыммы? Кәңәш бирегеҙ, зинһар.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: