+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
21 Февраль , 14:00

Ултырттылар

– Ишғәле, ишеттеңме бер хәбәр? Мәләүез ҡалаһында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлектәр менән хәтәр ныҡ көрәшә икән!– Ҡушғәле, тапҡанһың аптырар нәмә? Уларҙың эше шул бит!– Шулайын шулай, әммә барыбер шаҡ ҡатырғыс нәмәләр күп был донъяла.

Ултырттылар
Ултырттылар

ДАИ хеҙмәткәрҙәренең танауы һиҙгер була бит: бер машинаны туҡтатҡан да водителдең һалмыш булыуын күреп, эскән-эсмәгәнлегенә тикшереү үтергә тәҡдим иткән. Тегеһе баш тартҡас, уны ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡулға алған һәм алып барып япҡан.
– Дөрөҫ эшләгән. Иҫерек водитель – енәйәтсе, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.
– Шулайын шулай. Тик беҙ әле ДАИ хеҙмәткәре әйткәнде яҙҙыҡ. Ә бына руль артына ултырған иҫеректе тыңлайыҡ. Егет үҙ машинаһында тыныс ҡына китеп барған. Шул ваҡытта уны ДАИ хеҙмәткәре туҡтатҡан да туҡмап, алып барып бикләгән. Мәләүез – бәләкәй ҡала, егеттәр ҙә бер-береһен белә, хатта бер ҡыҙ менән осрашып йөрөгәндәр. Ҡулға алынған егет Рәсәй Тәфтиш комитетының следователе булып сыға. Хәҙер ДАИ хеҙмәткәрен өс йылға колонияға ебәрергә хөкөм иткәндәр.
– Тимәк, ДАИ хеҙмәткәре ғәйепле булып сыға!
– Беҙҙең суд – иң ғәҙел суд бит, яңылышмайҙыр. Хәйер, телгә алынған ҡыҙ үҙенең егеттәр менән осрашыу фактын кире ҡаға. Ғөмүмән, бик сәйер, аңлашылмаған яҡтары күп был хәлдең. РФ Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин ваҡиғаны үҙ контроленә алған, тимәк, алда тағы нәмә булыры билдәһеҙ.
– Ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ. Хулиган тигәнең – ғәйепһеҙ, герой тигәнең енәйәтсе булып сыға. Бына һиңә кәрәк булһа, ишетмәһәң – ишет!

Кәкре Бөкриев.

 

Автор:
Читайте нас: