– Әйттең һүҙ, йәшенмәкте бөтә балалар ҙа уйнарға ярата.
– Яраталыр ҙа, әммә был осраҡта Салмалы ауылында йәшәүсе ир тураһында һүҙ бара бит. Ул, балаһына алимент түләүҙән ҡасып, баҙға төшөп йәшенгән. Өйөнә килгән суд приставтары ла бала саҡтарында йәшенмәкте күп уйнағандар, күрәһең. Иҙәндәге балаҫты ситкә шылдырып, баҙҙы асып ебәрһәләр, балаһына 700 мең һум бурысы булған ирҙең күҙҙәре генә ялтырап күренә, имеш. Өйҙәш ҡатыны ла эргәһендә ултырған була, уныһының да суд приставтарына бурысы байтаҡ икән.
– Баҙҙа ултырып ҡына бурыстарҙан ҡотолоп булмай шул. Йәшенмәк уйнау ярҙам итмәй. Шаранда был хаҡта белмәйҙәр икән, бынағайыш, ишетмәһәң – ишет!
Мәргән АПТЫРАҠОВ.