+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
25 Февраль , 09:30

Был ни булды һуң әле?

Сәлих ВАҺАПОВ Фәрит, ҡулдан булһа ла, ГАЗ-53 йөк машинаһы һатып алды. Хужалығына бик ярап ҡалыр. Утын алып ҡайтыр, бесән ташыр. Бөткәнме ни ауылда эш? Ата-әсәһе лә ҡартайып бара, уға ғына ҡарап торалар. Фәрит ҡатыны, балалары менән күрше ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, гөрләтеп донья көтә. Ике ағаһы ла ҡалала йәшәйҙәр.

Был ни булды һуң әле?
Был ни булды һуң әле?

Бына бөгөн ата-әсәһенә маши­наһы менән урмандан утын алып ҡайтырға килгәйне. Шулай бер көндә дуҫтары менән бер ҡышлыҡ утын ташып та ҡуйҙылар. Ҡулы тейгәндә, икенсе ваҡыт бысып, ярып та ҡуйыр әле.
Эш бөткәс, кискә ҡарай ҡайтырға булды. Әсәһе ҡумтаға һалып күстәнәскә йомортҡа бирҙе. Фәрит ҡумтаны ҡайҙа итһен, эргәһенә – юлсы ултыра торған урынға – ҡуйҙы.
Ауыл осонда юл ыңғайы китергә уйлап, ҡул күтәреп, бер ҡыҙ тора ине. Фәрит туҡтаны.
– Әйҙә ултыр, һылыу, түлкә күкәйҙәремде тотоп ултыр, – тине ул машина ишеген асып. Абайламай ҙа ҡалды, ҡыҙыҡай юҡ булды. Ҡараһа, яңы өйрәтелә башлаған баш бирмәҫ тай кеүек, елдереп ауылға инеп бара ине тегеһе.
– Был ни булды һуң әле? Әллә ауылда пожармы? – тип аптыраны Фәрит.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:
Читайте нас: