– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, телевизорҙан күрһәттеләр, беҙҙең ҡаланың мэры Ратмир Мәүлиев Рәсәй ҡалалары мэрҙары араһында ТОП-5-кә эләккән бит!
– Бәй, тағы бер-ике көслө буран булһа СТОП-5-кә генә түгел, СТОП -1-гә лә барып етер әле. Ҡала урамдарындағы “тығын”дарҙың оҙонлоғон иҫәпкә алһаң, һис шикһеҙ, беренсе урын беҙҙеке булыр ине. Бирһен генә Хоҙай, бирһен генә! Йәштәр бит әле улар, бөтөн тормоштары алда.
– Эй һин, һаңғырау ҡарға, СТОП-5 түгел, “ТОП-5”-кә эләккән тием, ишетәһеңме?
– Ишетәм, ишетмәй ни, мин бит ҡолаҡай түгел, СТОП-5-кә генә түгел, СТОП -1-гә лә эләгер әле, – тием. Бик булдыҡлы егет, ахырыһы!
Фәнүз ШӘҒӘЛИЕВ.
Фото: stock.adobe.com