аммаһынан беләбеҙ бит, тиһегеҙме? Шулайын шулай, әммә Бурляев әфәндене пуляның ниндәй траектория яһап Лермонтовҡа тейеүе, ошо хәлдең сәбәптәре бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра.
Аптыраған – Әстрханға барған, тиҙәрме әле халыҡта? Бынан ике йөҙ йыллап элек һәләк булған шағирҙың һөйәктәрен ҡуҙғатыу кәрәкме икән? Әлбиттә, уның Лермонтовҡа булған хөрмәте маҡтауға лайыҡ. Бурляев үҙ ваҡытында шағир хаҡында фильм да төшөргән, тик бына уны аҙағынаса ҡарап ултырыусылар ғына бик табылмай икән – һәр эштә лә оҫталыҡ кәрәк шул. Әле Николай Бурляев Пушкин тураһында фильм төшөрөү уйы менән йөрөй, ти. Йөрөһөн әйҙә, ҡайһы бер депутаттар кеүек беҙҙең тормошто ҡатмарлаштырыу өсөн яңы закондар уйлап сығармаһын ғына!
Фото: dzen.ru