+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
27 Февраль , 09:00

Сөләймән аҡса эшләй

Малайзияла йәшәүсе 28 йәшлек Шазали Сөләймән үҙенсәлекле аҡса эшләү юлын тапҡан. Ул ҡыҙҙарға бәйләнә, улар алдында тәртипһеҙ ҡылана. Шул мәлдә ниндәйҙер йомош табып ситкә китеп торған ҡыҙҙың егете килеп сыға ла Сөләймәнде ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡыуып ебәрә, шуның менән һөйгәне алдында үҙен батыр яҡлаусы итеп таныта.

Сөләймән аҡса эшләй
Сөләймән аҡса эшләй

Баҡһаң, бындай хеҙмәткә мохтаждар байтаҡ икән. Сөләймәндең хеҙмәте Рәсәй аҡсаһы менән 2 мең һумға төшә, ә ял көндәре 3 меңгә етә.
Ҡурҡыныс йөҙлө, оҙон сәсле Сөләймән, шулай итеп, ғаилә институтын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Егеттең алдынғы тәжрибәһен беҙҙә лә ҡулланыусылар табылмаҫмы икән? Юғиһә кәмейбеҙ генә, өҫтәүенә, мигранттарҙы ла ҡыуып ҡайтара башланыҡ.

Осҡор ТИКТОРМАҪОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: