Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле участканы кәртәләп алған һәм эргәләге автомобилдәрҙе ситкә күсергән. Аҫҡа ҡолаған еңел машинаны махсус техника ярҙамында ер өҫтөнә сығарғандар, ул бер аҙ йәнселгән.
9 йыл элек ошо уҡ урында шундай хәл булғайны. Тик ул ваҡытта алты метр тәрәнлеккә төшөп киткән машинаның хатта эҙҙәре лә юҡ ине. Уны ер аҫты һыуҙары ағыҙып алып китеүе ихтимал, тип уйланы ҡотҡарыусылар. «Калина» хужалығына ҡала властары яңы машина тапшырҙы, ә упҡын урынын тупраҡ менән күмеп, асфальт түшәне.
Фото: resbash.ru