Мәҙинәкәйем тыуғандан бирле йүнләп медосмотр үткәнем юҡ ине, йә ваҡыты етмәй, йә сәбәбе сыҡмай. Килеп төртөлмәһә бармайбыҙ бит инде. Шулай йөрөй торғас, үҙемә иғтибар бүлеп, анализдар тапшырырға булдым.
Йә, Хоҙай! Ник тотондом тигән көнгә төштөм! Участковый поликлиникала кәрәкле белгескә эләгерлек түгел, коридорҙарҙа мәйет тынлығы, ә ҡабул итмәйҙәр. Эндокринологҡа яҙылыр өсөн иң тәүҙә терапевтҡа яҙылырға кәрәк, ул ғына кәрәкле белгескә йүнәлеш бирә. Терапевтҡа ике ай урын юҡ (имеш тәһә!). Яҙылдым. Уға барыр көндө тейешле сәғәтенә өлгөрә алманым, сөнки тормошто бер нисек тә алдан күҙаллап булмай, беҙҙең эш, балалар менән менән айырыуса. Ике сәғәт һуңлап килдем, кабинет алды буш. Юҡ инде, эт кеүек ырылдап ҡаршы алды (бушлай килгәнбеҙ бит, ҡул һелтәп китмәгәнбеҙ). Инәлеп тигәндәй индем, ике ай алға эндокринологҡа яҙҙы. Бына һиңә мә! Тағы ике ай көтөргә! Ул эндокринологы тағы шул анализдар, УЗИ, ТТГ-лар менән бер-ике айға һуҙасак. Бер щитовидка тикшертер өсөн ярты йыл көтөргә кәрәк!
Киттем түләүле клиникаға. Көнө-төнө рекламаланған Персона-Медҡа барып, сертификат алдым. Тәүге консультация 5 000 (бер ниндәй УЗИ, анализдарһыҙ!), уларын тапшырып килгәс, икенсе ҡабул итеү 4500 һум. Ә дөйөм анализдар 19 700 һум сыҡты. Әле дауаланыу башланмаған, дарыуҙар бында иҫәпләнмәгән. Уларын да ҡушһаң, бер зобты тикшертеп дауалау әллә күпме хаҡҡа барып баҫа. Ә башлағас, тамамларға кәрәк!
Ниңә яҙам мин быларҙы? Юҡ, зарлана торған кеше түгелмен, һаулыҡ бик ҡиммәтле байлыҡ икәнен дә аңлайым, әммә ябай халыҡ нишләргә тейеш һуң? 20-30 меңгә эшләп йөрөгән хеҙмәт кешеләре, ауылдарҙа минималь эш хаҡы алыусылар, пенсионерҙар, ауыр сирлеләр, балалар?! Был клиникалар байҙар өсөн генә эшләгәс, ҡалғандарҙы кемдәр хәстәрләр? Регистратуранан башлап, баш табибтарға тиклем ажғырып ултырған (бөтәһе лә түгел, әлбиттә) участок дауаханаларында йылдар буйы сират көтөргәме? Буштың атаһы күптән үлгәне билдәле, әммә халыҡ һаулығы өсөн медицина системаһын яйға һалырға мөмкин бит?! Күпме кеше ваҡытында эләгә алмай сирен тәрәнәйтә, диагноздар дауалағыһыҙ сиккә етә.
Уйлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ. Йә, Хоҙай, һаулыҡтан айырма! Сирлеләргә сабырлыҡ бир! Дауаханаларға барып, шундағы атмосферанан ғына сиргә һабышырлыҡ, аҡсаһыҙ булһаң, тәгәрәп ятып үлерлек. Тәүбә.
СВЕТЛАНА НАСЫРОВА битләүенән алынды.
Фото: https://ya.ru/images/