Кешеләр менән дә һайлап ҡына аралаша ул. Үҙ дәрәжәһен белә Хәсибә! Һәр кемде “иләктән үткәрә”. Уның тупһаһы аша ябай һауынсы үтер тимәгеҙ! Иң кәмендә – председатель үҙе йә уның кәләше! Был юлы ла аятҡа тик һайлап алынған кешеләрҙе саҡырырға булды.
– Һуңғы арала әллә ни аҡса еткереп булмай, – тип зарланды иренә Хәсибә. – Йә уныһы ватыла, йә тегеһе боҙола. Былтыр иркенләп тотҡан аҡса, хәҙер бер нигә етмәй башланы...
– Заманы шулай бит, – тип ире ауыҙын асып ҡарағайны ла уны тыңлап тороусы булманы.
– Уй! Беләһеңдер! Һаулыҡ та насарайҙы. Йә – һин, йә – мин, йә балалар ауырый. Беҙгә күҙ тигеҙгәндәр! Көнсөлдәр күп бит хәҙер. Шуға, әйҙә, аятҡа кеше саҡырып алайыҡ. Донъям ыңғайлап китер. Сауап та булыр, исмаһам.
Хәсибәгә “юҡ” тип тороусы, әлбиттә, табылманы. Сәмле ҡатын иң тәүҙә ҡунаҡтар исемлеген төҙөнө: ауылда магазин тотоусы Зәмирәләр, юл кафеһы хужалары Радиктар, ферма мөдире һәм уның кәләше, хакимиәт башлығының ғаиләһе, илле баш ат тотҡан Шәриптәр, ике тракторлы, өс машиналы, ике ҡатлы йортло вахтовик Сәлимдәр, интернетта косметика һатып былтыр байыған Сәкинә... Мулланы Хәсибә район үҙәгенән саҡырырға ҡарар итте, бындай кешеләр араһына ауыл бабайын әйтеп саҡырып ултырыу – килешмәгән эш. Ҙурыраҡ мәсеттән мулла ҙурыраҡ сауап килтерер!
Исемлекте теүәлләгәс, был меню төҙөргә ултырҙы. Белеп тора бит ауылдаштарының ғәҙәтен: иң беренсе өҫтәлдә нимә булғанын тикшереп сығалар. Шуға ла был пунктта аҡсаны йәлләмәне. Хәсибә туйға әҙерләнгән һымаҡ бешеренде лә ҡуйҙы. Биш төрлө салат, өс төрлө “горячее”, йәшелсә-емеш, балыҡ-бутерброд, кәнфит-печенье, һуттың әллә нисә төрө...
Иң аҙаҡтан иң мөһим эшкә тотондо. Нисәшәр һумдан хәйер бирергә?
– Тинлек зыңҡылдатып ултырыу оят буласаҡ, – тип Хәсибә үҙ алдына һөйләнде. – Илле һум да аҙыраҡ һымаҡ. Йөҙ һум нисек? – тип иренә өндәште.
– Етә инде, – тигән булды уныһы.
– Һин мәңге шулай һаран булдың инде! – тип асыуланды Хәсибә. – Нисек инде көрәп аҡса эшләгән кешеләргә мин оялмай йөҙ тәңкә сығарып бирәм? Биш йөҙҙән таратабыҙ, ҡандай кешеләрҙе саҡырабыҙ, оятҡа ҡалып булмай!
– Аптырап бараһыңмы?! – сәй һемереп ултырған ире ҡарлыға яҙҙы.
– Эйе шу-у-ул, – тип ризалашты көтмәгәндә Хәсибә. – Меңешәр һум!.. Ә муллаға – биш мең! Эйе-эйе!.. Нимә аҡайып ҡарайһың? Һинең һаулыҡ тип, балалар ауырымаһын тип тырышам бит! Сауап булыр! Һаран!
Хәсибә ирен борҡолдатып алырға ла онотманы. Шулай ирешә-талаша, әрләй-һүгә хужабикә аятҡа әҙерләнде. Тәғәйен көндә ҡунаҡтары сәғәтенә килеп етте.
Хәсибә йүгереп йөрөнө. Бындай арыу ҡунаҡтарҙың береһенә берәй нәмә оҡшамай ҡуймаһын, Аллам һаҡлаһын! Шунда уҡ ғәрлегенән ятыр ҙа үлер Хәсибә. Хөрмәтле кешеләр алдында түшәлеп ятырға ла риза ул. Әле береһен маҡтап китә, әле икенсеһенә йылмая. Мулланың баҫҡан ерен алдан сәсе менән һепереп барҙы тиһәң дә яңылыш булмаҫ...
Ҡунаҡтар ултырышып бөттө тигәндә Хәсибәләргә күрше әбей килеп инде. Хужабикәнең күҙенә ҡан һауҙымы ни! Әҙәм көлдөрөп бында ни ҡарай? Ниндәй кешеләр араһына инергә баҙнат итеүен әйтеп бир! Почетлы ҡунаҡтары йолҡош әбейҙе күрмәҫ борон тип, Хәсибә, енләнеп, күршеһен этеп-төртөп соланына сығарҙы.
– Нимә кәрәк?! – тине хужабикә, ике ҡулын бөйөрөнә таянып.
– Хәсибә һеңлем, магазинда икмәк бөткән, ярты икмәк биреп тор әле. Иртәгә һатыуға килһә, алып индерермен. Өйҙә бер киҫәк тә ҡалмаған... Башҡаны ашай алмайым, үҙең беләһең, – тип әбей хәлен теҙҙе. Хәсибә, уны тыңлап та бөтмәй, күҙенең ағын күрһәтте:
– Мин бында һиңә хәйриә фондымы? Марш бынан! Икенселәрҙән теләнселә, – тип ишекте шарт ябып инеп китте.
Ошо бәләкәй генә уңайһыҙлыҡты иҫәпкә алмағанда, Хәсибәнең аяты бынамын тигәндәй үтте! Шундай ҙур кешеләр, бай табын, мул хәйер менән, моғайын, сауабы тейер!
А. Сәләхова.