-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
7 Ноябрь 2025, 23:15

БЫСАҠ ТОТОП

Беҙ ҡатыным һәм ҡыҙым менән бәләкәй генә ауылда йәшәйбеҙ. Ҡыҙыбыҙға дүрт йәш тулғас, икенсе бала алып ҡайтырға булдыҡ.Бала тыуыр ваҡыт яҡынлашҡас, ҡыҙыбыҙҙы өләсәһенә ебәрҙек тә көтә башланыҡ.Ҡатыным мине иртүк уятты ла: “Башланды шикелле”, – тине.Тиҙ генә кейенеп урамға сыҡтым да ауылдағы берҙән-бер еңел машина хужаһына йүгерҙем. Әммә ул бахмурҙан сирләй ине. Тауыш ҡуптарырға йыйынып бөткәйнем инде, шул мәл ферманан һөтлө феләктәр тейәп алған автобус күренде.

БЫСАҠ ТОТОП
БЫСАҠ ТОТОП

Шоферҙы ауылда насар кеше тип һөйләһәләр ҙә, ул автобусты ҡыуҙы ғына, тиҙлекте район үҙәгенә еткәс кенә кәметте. Бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, беҙҙе бала табыу йорто янында төшөрөп ҡалдырҙы, шунан ғына һөттө тапшырырға боролдо.
– Сәғәт икегә кил, – ҡатыным сикәмдән әп итте лә шәфҡәт туташына эйәреп инеп китте.
Сәғәт иртәнге туғыҙҙы күрһәтә. Мин район үҙәге буйлап йөрөштөрҙөм, ашханаға инеп, сәй эстем. Дауаханаға барғас, ҡапҡа янында ағастар араһындағы төпһәгә ултырҙым.
Ныҡ тулҡынландым, сәғәттән күҙҙәремде алманым. Ваҡытты тиҙерәк үткәрер өсөн кеҫәмдән бәке сығарып, ағас ботаҡтарынан төрлө фигуһындар яһарға керештем. Ҡатыным менән баламдың хәлен бик белгем килә, әммә эш кешеләрен борсорға ҡыйманым... Оҙаҡламай ишектә йыуан санитарка күренде.
– Фәләнов һин булаһыңмы? – тип һораны ул.
– Мин, – тинем, үҙем ҡурҡам.
– Һинеке бер сәғәт элек ҡыҙ тапты, дүрт тә ике йөҙ. Икеһе лә имен-һау. Теләһәң, арт яҡтағы беренсе тәҙрәгә бар, ул асыҡ, тик шаулама, палатаға инмә!
Нисек теләмәйем, ти, инде! Тәҙрәгә уҡтай атылдым. Ҡатыныма торорға рөхсәт итмәгәйнеләр, тәҙрә аша күңелдәребеҙ булғансы серләштек.
Ҡатыным шуларҙы һөйләне:
– Баланы тапҡас, палатаға күсерҙеләр. Шул саҡ санитарка: “Ҡатындар, кемдең ире төпһәлә бысаҡ тотоп ултыра?” – тип ҡысҡырҙы. “Әгәр еткән сәсле, һаҡаллы булһа – минеке”, – тим. Сантарка, ниңә килеп һорашмай, тип аптыраны. Мин һиңә сәғәт икегә килергә ҡушҡанымды әйттем.
“Ҡара һин уны, ниндәй тыңлаусан! Ярай, сығып ҡыуандырайым әле үҙен”, – тип санитарка һиңә һөйөнсөләргә сығып китте.

К. МУЛЛАБАЕВ.

Автор:
Читайте нас