-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
15 Декабрь 2025, 17:25

Күршеләре ремонт яһаған...

Мәскәү янындағы Подольск ҡалаһында 11 йәшлек малай реанимацияға эләккән. Сәбәбе – күршеләрендә ремонт барған һәм төҙөүселәр иҙән нигеҙе итеп токсин матдәле материал һалған. Бригада бер нисә көн дауамында иҙәнде йылытҡан. Бер аҙҙан аҫҡы ҡатта йәшәүсе ғаилә киҫкен химик еҫ һиҙгән. Мәктәптән өйгә ҡайтҡан 11 йәшлек бала бер аҙҙан аңын юғалтҡан.

Күршеләре ремонт яһаған...
Күршеләре ремонт яһаған...

Уны дауаханаға килтергәс, шунда уҡ реанимацияға һалғандар. Диагнозы – бензол менән ағыуланыу. Хәҙер малайҙы дауахананан сығарғандар инде, ләкин уны көслө баш ауыртыуҙары ғазаплай, шуның арҡаһында ул дәрестә оҙаҡ ултыра алмай. Ғаилә арендаға фатир алып, башҡа тораҡҡа күскән. "Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре тикшергәндән һуң, фатирҙа альфа-метилстирол, формальдегид, бензол, стирол һәм  кеше өсөн ҙур концентрацияла булған ҡот осҡос башҡа матдәләр тапҡан. Зыян күргән уҡыусының ата-әсәһе ҡала хакимиәтенә ғариза яҙып, күршеләрен судҡа бирергә әҙерләнә.

Фото: smartik.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас