Ҡатын улына бынан һуң, бер ҡасан да урамға сыҡмаясаҡ, уның телефонын тартып аласаҡ һәм ғөмүмән ул Яңы йыл тураһында бөтөнләй оноторға мөмкин, тип ҡысҡыра, һуға. – Хайуан. – Мин һине күрә алмайым. – Тауышың ғына сыҡһын... – был әле уның үҙенең балаһына әйтелгән иң йомшаҡ һүҙҙәре. Йортта йәшәүселәр ҡатынды таныған, улар әйтеүенсә, ул йыш ҡына спиртлы эсемлектәр ҡуллана һәм балаһын йәберләй икән. Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урында булған ваҡиғаның барлыҡ хәл-шарттарын асыҡлай. Тикшереү комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.