-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
18 Декабрь 2025, 10:30

Бурҙар беҙҙең арала

Өфөлә эре нефть компанияһы етәкселәренең береһе подряд ойошмаһы директорынан 8 миллион һум аҡса һораған. Бушҡа түгел, әлбиттә. Шуның әжеренә ойошмаға күп миллионлы контракттар, отошло заказдар яуырға тейеш булған. Быйыл республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан коррупцияға бәйле енәйәттәр өсөн 1200 вазифалы кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған, 24 етәксе вазифаһынан бушатылған. Коррупцияға бәйле меңләп енәйәт асыҡланған, уларҙың 600 самаһы ришүәт биреү-алыуға бәйле, 500 миллион һумлыҡ мөлкәт тартып алынған.

Бурҙар беҙҙең арала
Бурҙар беҙҙең арала

Барлығы 232 кеше, шулар иҫәбенән 8 дәүләт власы һәм урындағы үҙидара вәкилдәре, ҡылған енәйәттәре өсөн хөкөм эскәмйәһенә ултырған, шуларҙың утыҙы иркенән мәхрүм ителгән.
Быға ни әйтәһең? Ҡыҙғаныс, әммә прокуратура һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә эшһеҙлек янамай. Дәүләт муйынын һығып аҡса һуғыусылар бихисап. Бурҙарҙы, ришүәт алырға яратыусыларҙы ултыртып өлгөрә алмайҙар. Судьяларға ла еңел түгел. Һүҙҙе мейестән яңы ғына сыҡҡан көләмәс менән тамамлайыҡ.
– Яңыраҡ олигарх менән министр судлаша ине. Кемеһен ултырттылар?
– Уларҙың эшен ҡараған судьяны!

Кәкре Бөкриев.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас