Берәү баҫҡан ат етәкләп,
Кемдер Алла, кем ханбикә,
Ҡайһыларын бер күреүҙә
Йөрәккәйең тертләп китә.
Бер ир шулай хәләленең
Сәхифәһен асҡан, тиҙәр,
Ғашиҡ булып, һөйәркәһен
Шундуҡ ташлап ҡасҡан, тиҙәр.
Уйлауымса “дуҫтарым” да
Үҙгәреүҙе күптән көткән,
Исемдәрен, тыуған көнөн
Шул нәмәгә ҡуйып бөткән.
Апайыма тик Парижда
Судья булыу килешә, ти.
Оләсәй ҙә: “Мин оҡшаған
Монро кем?” – тип белешә, ти.
Синыфташым сәйәхәткә
Нисек ваҡыт бүлә икән.
Туҡһан йәшлек әбейем дә
Һикһән биштә үлә икән.
Начальницамдың толомон
Кисә үлһәм, күрмәм икән.
Ҡыҫыҡ күҙле ҡоҙасам да
Етмеш процент әрмән икән.
Һеңлекәш тә портрет менән
Мультик йөҙөн эшләп һалған.
Алтмыш ҡолас киленем дә
Тик сыбыҡҡа тороп ҡалған.
Бик боронғо күсермәһен
Еңгә тапҡан әллә ҡайҙан.
Ҡыҙымдың да фамилияһы
Түгел икән олатайҙан.
Ун биш күрше ҡарсығына,
Булһа ла ул йөҙ һикһәндә.
Йәш сағымда һөйгән ҡыҙҙа
Атам гены юҡ икән дә.
Ҡәйнәм үткән тормошонда
Мысыр өсөн һалған башын.
“Ошо минең талисман!” тип
Һәнәк ҡуйған ауылдашым.
Бер аллергик балдыҙым да
Бесәй тотоп төшкән икән.
Ҡоҙағый ҙа гипнотизер
Булған кесе йәштән икән.
Әгәр мин дә һылтанмаға
Баҫһам нимә булыр икән?
Көнсөлдәрҙең һүҙе менән
Бар интернет тулыр микән?