-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
22 Декабрь 2025, 11:40

Булмаҫ тимә

Башҡорт телендә һөйләшеүселәр кәмегәндән-кәмей барыуы, үҫеп килгән быуын мәҙәниәт, тарих менән ҡыҙыҡһынмауы арҡаһында республика етәкселеге тәрән уйға батты: «Нисек кенә балаларҙы илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләргә? Нисек уларҙы башҡортса китаптар уҡырға, башҡортса аралашырға әйҙәргә? Нисек уларҙан лайыҡлы, файҙалы шәхес үҫтерергә?»Бер аҙ баш ватҡандан һуң, ауыл-ҡала мәктәптәренә, клубтарына Башҡор­тостандың иң аҫыл, иң хөрмәтле, тыуған яғы мәнфәғәтенә ең һыҙғанып эшләгән, бар төбәк ихтирамын яулауға ирешкән, ә иң мөһиме – Башҡортостанды иҫтәре китеп яратҡан шәхестәрҙе ебәрергә булдылар.

Булмаҫ тимә
Булмаҫ тимә

Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ артистары Николай Басков менән Полина Гагарина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Олег Рой, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Егор Крид республика буйлап юлға сыҡты.
Бына әле улар иң төпкөл райондың иң төпкөл ауылына етеп бара.
– Йә инде! – тине Николай машина тәҙрәһенә текләп. – Башҡортостанымдың хозур тәбиғәтенә һоҡланып бөтә алмайым!
– «Уралҡайҙың аҫты алтын — өҫтө шиғыр, үҙе нур, Киләсәктә был ергә — Хоҙай үҙе ҡыҙығыр!», – тип дөп-дөрөҫ яҙған Бабич, – тип хупланы уның һүҙҙәрен Олег.
Юл буйына тәҙрә аша тәбиғәтте күҙәтеп барған Полина түҙмәй:
– Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым, – тип моңланып халыҡ йырын һуҙып ебәрҙе. Йыр тамамланғас, Егор ҙа телгә килде:
- Эх, Полина апай, шул тиклем матур йырлайһың! Ҡурайым багажникта ята шул, былай булһа һиңә ҡушылыр инем, – тип уфтанды.
Ауылға барып еткәс тә дүрт ҡунаҡты йәһәт кенә клубҡа индерҙеләр.
– Беҙҙең сыйырсыҡ ояһылай ғына клубҡа аптырамағыҙ, үтегеҙ. Бында һыуығыраҡ шул. Полина һылыуым, бигерәк йоҡа кейенгәнһегеҙ. Мә, шәлемде арҡаңа ябынып ултыр.
– Юҡ-юҡ, апай, үҙен ябын, кәрәкмәй, рәхмәт!
– Эй, һылыу, мин бында инде ҡырҡ йылдан ашыу эшләйем. Ундай һыуыҡҡа өйрәнеп бөткәнмен. Ал, шәлде, ал!
– Ыста, инде ҡырҡ йылдан ашыу эшләйем тиһегеҙме? – тип аптыраны Егор Крид.
– Эйе, – тип йылмайҙы клуб мөдире. - Бер көн һымаҡ үтте лә китте. Беҙгә план төшә, аҙнаһына әллә нисә сара ойошторам. Байрам һайын концерт әҙерләйем, балалар өсөн театр түңәрәген алып барам. Ағинәйҙәр ойошмаһын асып ебәрҙем...
– Исмаһам, «Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»н алдығыҙмы һуң? – тип һорашты Николай.
– Ҡуйығыҙсы әле! Әҙәм көлкөһө бит! Атҡаҙанған исемен ябай ауыл бисәһе мин дә, ҙур-ҙур сәхнәләрҙе сығыш яһап, Башҡортостанды танытып йөрөгән Егор ҙа йөрөтә алмай инде. Эш ундайға китһә, аткаҙанғанды эткә лә бирә башларҙар,– тип уңайһыҙланып китте клуб мөдире.
– Эй, ошо беҙҙең башҡорт апайҙары, бигерәк тә ябайҙар! – тип берсә һоҡланып әйтеп һалды Николай.
– Йә ярай, – тип бүлдерҙе уларҙы Олег. – Башлайыҡтыр, халыҡ йыйылған бит.
Клуб мөдире уларҙы сәхнәгә оҙатып сыҡты. Сәхнәлә ике парта тоташып ултыртылған, дүрт ултырғыс әҙерләнгән. Залда кеше шығырым тулы. Ни тиһәң дә Николайҙы ла, Олегты ла, Полинаны ла, Егорҙы халыҡ ихтирам итә, ижадтары менән ҡыҙыҡһынып бара. Рәсәй генә түгел, донья кимәлендә билдәле Башҡортостандың халыҡ артистары, яҙыусылары, аткаҙанғандары бер ҡулдың бармаҡтары менән иҫәпләнә бит!
Иң беренсе һүҙҙе Олег Ройға бирҙеләр. Ул телмәрен яратҡан шағиры Аҡмулланың шиғыры менән башланы:
– Бөйөк Аҡмуллабыҙ юҡҡа ғына «Уҡыу кәрәк» тип әйтмәгән бит. Уҡыу – мәктәпте тамамлап, университетҡа инеү түгел, ә китап уҡыу! Китап аң-даирәне киңәйтә. Ә беҙҙең республика яҙыусылары иҫ киткес талантлы яҙыша бит ул! Мин бөтә милли матбуғатҡа яҙылдым, сыҡҡан бер яңы әҫәрҙе уҡып барғым килә. Әле үҙем дә яңы эшкә тотондом – Башҡортостандың тарихын нәфис әҙәбиәт формаһында яҙып ҡарағым килә. Ундай әҫәр кешеләрҙе республикабыҙ, халҡыбыҙҙың тарихына ылыҡтырыр, ҡыҙыҡһыныу артыттырыр, иманым камил.
Олегтан һуң һүҙҙе Николай алды.
– Мин оҙаҡ ҡына архивтарҙа ултырҙым, – тип бәйән итә башланы ул. – Эҙләнә торғас, минең әллә нисәнсе быуын ҡартатайым Бөрйән ырыуы башҡорто булып сыҡты! Нисә йыл ерҙә йәшәп, ҡанымда башҡортлоҡ бар икәнен яңы белеп ҡалдым. Шәжәрә төҙөп ятам әле ул. Ата-бабаларымдың яҙмыштарын өйрәнәм. Улар тураһында Өфөнөң Опера һәм балет театрында, ҙур программа әҙерләргә уй бар. Алла бирһә, был программа минең ата-бабаларымдың ғына түгел, ә тотош башҡорт милләтенең тарихын сағылдырасаҡ. Шуға ла туғандарым, үҙ ғаиләңдең тарихын өйрәнеү мотлаҡ. Юҡҡа ғына ысын башҡорт ете быуынын яттан белергә тейеш тип әйтмәйҙәр.
Полина менән Егорҙың һүҙе ҡыҫҡа булды:
– Беҙ һеҙгә бер нисә халыҡ йырын йырлап ишеттерәбеҙ. Ошо йырҙар беҙҙән дә күберәкте әйтер. Был – беренсенән. Икенсенән, бәлки, кемегеҙҙер берәйһен отоп алыр һәм артабан йырлап йөрөр. Шул осраҡта миссиям үтәлде тигән һүҙ: онотолоп барған башҡорт оҙон көйҙәре йәшәүен дауам итәсәк!
Полина моңло тауышы менән залды тултырып йыр һуҙҙы. Егор өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаны. Уның уйнауы тамашасыларға шул хәтлем хуш килде, хатта берәүһе аҙаҡ былай тине:
– Егор, афарин, малай! Мин әйтте тиерһең, шулай дауам итһәң, Башҡортостандың халыҡ артисы ла булып китерһең!..
Ғөмүмән, осрашыу бик йылы үтте. Тамашасылар шәхестәргә күп һорауҙар бирҙе, яуап алды, теләктәрен еткерҙе. Улар ҙа бит мәҙәниәт, әҙәбиәт, тарих тураһында һөйләшеүҙәргә һыуһап киткән. Һәр кем үҙенә осрашыуҙан рухи аҙыҡ алды. Делегация маҡсатына ирешә алды тиергә була: кешеләрҙең мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуы артты, рухландылар. Хушлашҡанда ҡунаҡтар ауылға йәнә килергә, йәнә шулай оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырырға вәғәҙә бирҙеләр.
Шулай, Башҡортостандың халыҡ артис­тары Николай Басков менән Полина Гагарина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Олег Рой, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Егор Крид киләһе ауылға ағартыу эштәрен дауам итергә юл алды. Юҡҡа ғына уларға юғары исемдәр бирелмәне бит: бына кемдәр беҙҙең мәҙәниәтте, әҙәбиәттә, сәнғәтте тотоп тора!

С. МОРТАЕВ.

Автор:
Читайте нас