Бик күптәнге был ваҡиға ла Яңы йыл төнөндә була. Ул ваҡытта автобустар һирәк йөрөй, әлеге һымаҡ таксиҙар булмай. Ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән, бер яҡта йәшәгән бер төркөм егет күмәкләшеп ҡайтырға сыға. Дәрестәре һуң бөтһә лә, көн буранлап торһа ла, ятаҡта ҡалғылары килмәй. Тәүҙә маршрут автобусы менән ҡайталар, 7-8 километр тирәһе ҡалғас, йәйәү атлайҙар. Бурандың көсәйеүе лә уларҙы өркөтмәй. Бер ауылдан булған ике егет юл сатына еткәс, ат юлы буйлап туранан китергә ҡарар итә. Йәш саҡта бер нәмә лә ҡурҡытмай бит. “Белгән юл, күҙҙе йомоп, 20 минутта ҡайтып етәбеҙ” тип иптәштәренән айырыла улар.
Үкенескә, ат юлы буйлап бик оҙаҡ китә алмайҙар. Көслө буран уларҙы юлдан яҙлыҡтыра. Уңда ла, һулда ла – ҡар. Ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалалар. Шулай ҙа атлауҙан туҡтамайҙар, ләкин барған һайын хәл ҡыйынлаша. 20 минутта ҡайтып етәбеҙ тигән егеттәр ике сәғәт тирәһе аҙашып йөрөй. Шулай өйөрөлә торғас, улар бер эҫкерткә килеп төртөлә. Ваҡыт төнгө 12-гә яҡынлаша. Егеттәр аптырап, эҫкертте өңөп эскә инә. Ышыҡҡа кергәс, бер аҙ йылынып китәләр. Яңы йылды улар өйҙә һыйлы өҫтәл янында түгел, ә эҫкерт эсендә ҡаршылай.
Шулай ойоп ултырып таңды аттыралар. Трактор геүләгән тауышҡа уянып, ҡабаланып килеп сығалар. Бәхеттәренә күрә, ферма эшселәре иртә менән малдарға һалам алырға килгән икән. Егеттәр тракторға ултырып ауылға ҡайта.
Юлдарында эҫкерт осрауы, ҡара таңдан малсыларҙың һалам алырға килеүе ике йәш ғүмерҙе ҡотҡара.
Резеда ШӘНГӘРЕВА.
А. Игнатьев фотоһы.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-01-02/ya-y-yyldy-e-kert-esend-arshyla-andar-4526870