-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
28 Ғинуар , 13:10

Аҡса етмәйме?

– Ишғәле, әйт әле, ни өсөн ҡышҡы сатлама һыуыҡта Өфөләге фатирҙарҙа йыш ҡына эҫе һыу булмай?– Ҡушғәле, ҡарап тороуға аҡыллы ғына кеше күренәһең, шуны аңларға ла башың етмәй – һуң, торбалар тишелергә мөмкин, әле тегендә, әле бында ремонт кәрәк була, бөтә ергә өлгөрөргә аҡсаһы ла, кешеләре лә кәрәк.

Аҡса етмәйме?
Аҡса етмәйме?

– Шулайҙыр, аҡсаға мохтажлыҡ кисерәләрҙер. Ана бит, “БашРТС” ойошмаһына ҡараған предприятиеларҙың береһенең етәксеһе адвокаттар коллегияһы менән килешеү төҙөгән өсөн 1 миллион һумдан ашыу ришүәт алып үҙ белдегенә тотонған. Етерлек эш хаҡы түләһәләр, улайтып булашмаҫ ине.
– Эйе шул. Чиновниктарҙы бигерәк мыҫҡыл итәләр бәләкәй эш хаҡы менән. Шуға ла улар ришүәт алырға мәжбүр. Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Бөрө районы хакимиәтенең төҙөкләндереү идаралығы начальнигын да суд дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән. Ул эшҡыуарҙан алған аҡсаның әжеренә тегеһе атҡармаған эштәргә лә эшләнде, тип ҡултамғаһын ҡуйған, барлыҡ етешһеҙлектәргә “күҙ йомған”. Бына аҡса етмәү нишләтә кешене? Ғөмүмән, Бөрө тарафтарында бик ярлы халыҡ йәшәй икән. Шул арҡала коррупция осраҡтары ла күп. Бына әле район хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары ла ҡырын эштәре өсөн хөкөм ҡарарын көтә.
– Ә шулай ҙа республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында аҡсаға айырыуса ҡытлыҡ кисерәләр икән. Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһе Владимир Архангельский әйтеүенсә, бында эшләгән 15 хеҙмәткәр 2025 йыл һуҙымында коррупцияла ғәйепләнеп енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Баҡһаң, улар төҙөлгән объекттарҙың етешһеҙлектәренә “күҙ йомған”, үҙҙәренең “ярҙамы” өсөн, 500 мең һумдан 2,5 миллион һумға тиклем аҡса һораған.
– Ҡушғәле, ярай әле беҙгә пенсияны мул түләйҙәр, юҡһа беҙ ҙә урлашыр инекме икән? Бына мин 15 мең һум алам. Фатирға, дарыуға, ашауға тотонһам, берәй меңе тороп та ҡала әле.
– Ишғәле, һинең алда мин олигарх икән – пенсиям 17 мең һумдан ашып китте. Минең дә бер меңләп янда ҡала ай һайын. Мәйтәм, чиновниктар урлашмаһын өсөн берәй ярҙам фонды асһалар, беҙ ҙә уларға шул меңде күсерер инек, эйеме? Бәлки илдә коррупция бөтөр ине!

Мәргән АПТЫРАҠОВ яҙып алды.

Автор:
Читайте нас