Етәксем кабинетынан сыҡмай тороуымды һорап, шунда уҡ уҡырға кереште. Уның йөҙөнән күҙемде алмайым, нисек ҡабул итерен ҡарайым. Оҡшатырмы? Былай бәйләнерлек ере юҡ һымаҡ, арыу ғына сыҡты бит. Тик етәксемдең йөҙө етдиләнде, ҡаштары төйөлдө. Ҡулына ҡәләмен алды. “Әһә, – тип уйлаған булам. – Тимәк, төҙәтерлек урындар бар”. Хәҙер ҡәләменән күҙемде алмайым. Бер урынды сыйып ташланы, шунан икенсе ерҙе, артабан өсөнсөһөн... Кәйеф ҡырылды.
– Рәғиҙә Фәритовна, – тине ул ҡағыҙҙан күҙҙәрен алмай, – былай бармай. Билдәләгән урындарҙы ҡабаттан ҡарап сығығыҙ.
– Ә нимәһе бармай? Ул урындарҙы алып ташларғамы? Башҡа төрлө яҙырғамы? – тип һораным.
– Һеҙгә өйрәтергә түгел инде, – тине лә начальник, ҡағыҙҙарҙы миңә һуҙҙы. – Бер сәғәттән кире индерерһегеҙ.
Ярай, ҡайҙа бараһың, төҙәтәм инде. Ҡағыҙҙарға күҙ һалдым. Шаяртыуҙарҙы, илһамландырғыс һүҙҙәрҙе һыҙған.
– Тимәк, уға ҡоро факттар ғына кәрәк, – тигән һығымтаға килдем дә эшкә тотондом. Быларҙың барыһын алып ырғытып, эшебеҙгә ҡағылышлы тағы бер нисә факт өҫтәнем. Тыңлаусыларға бер аҙ күңелһеҙ булыр инде, әммә етәксе – ул етәксе. Сығыш яһап өйрәнгән кеше, моғайын, минән яҡшыраҡ беләлер.
Бер сәғәттән телмәрле ҡағыҙ йәнә уның өҫтәленә барып ятты. Был юлы етәксе ҡулына шунда уҡ ҡәләм алды. Әммә сыйғыслап торманы, күҙ йүгертте лә миңә кире һуҙҙы:
– Бигерәк ябай сыҡҡан, – тип тамаҡ ҡырҙы. – Төҙәтегеҙ әле, мин бит балалар алдында түгел, ә етәкселәр өсөн сығыш яһайым. Ну, һеҙгә өйрәтергә түгел инде.
Кабинетынан сыҡтым да баш тырнайым:
– Бөтәһенә лә аңлайышлы булһын тип ябайлаштырыуым оҡшаманы, ахыры.
Шуға тоттом да бөтә һөйләмдәрҙе үҙебеҙҙең профессиональ терминдар ҡулланып, төҙәттем. Телмәрҙең күләме артты, әлбиттә, тик талаптарға ярарға кәрәк. Инде хәҙер нимәнелер оҡшатмаһа, белмәйем.
Бер аҙ асыуланып етәксе кабинетына туҡылдатмай кереп, бөтә эш көнөмдө әрәм иткән телмәрҙе уның алдына һалдым. Ул иғтибар менән уҡып сыҡты ла йылмайҙы:
– Һай-һай, Рәғиҙә Фәритовна! – тип ҡағыҙҙарҙы миңә һуҙҙы. – Бигерәк шаштырғанһығыҙ. Бында нимәләр яҙылғанын мин үҙем аңлап етмәйем, унда ултырған етәкселәргә нимә ҡала. Үҙгәртегеҙ, йәме?
– Нисек үҙгәртергә һуң? Һеҙҙе аңлап етмәйем. Ҡайһы тирәһе бармағанын, бәлки, аныҡ итеп әйтерһегеҙ, ә?– тинем асыуланып.
– Һеҙгә өйрәтергә түгел инде, – тип компьютерына текләне. – Минең эш күп, яҙып бөткәс тә индерерһегеҙ...
Ишеген шарт ябып сығып киттем. Юҡ, нимә етмәй һуң?! Улай ҙа, былай ҙа яҙҙым бит инде. Инде эш көнө бөтөп бара, баш ҡайнап тора. Шулай аҡыллы булғас, ниңә үҙе яҙмай ул?
Енләнеп ҡағыҙҙарҙы йыртып ташланым. Бүртәйеп, компьютерым артына ултырҙым. Бер аҙ тынысланғандай булғас, ҡабат яҙып маташтырҙым. Әммә башҡа бер ни килмәй! Эш көнө тамамланды, ә мин телмәрҙең бер һөйләмен дә яҙа алманым. Сәсрәп китһен! Миңә сығыш яһарға түгел. Ҡайтам да китәм!
Шулай ярһып ултырғанымда етәксе кабинетынан сыҡты ла минең янға килде:
– Шунан, хәлдәр нисек? Тамамланыңмы? – тип йылмая.
Уға асыулы ҡараш ташланым да:
– Эйе, әҙер, – тип ысҡындырҙым, үҙем дә һиҙмәҫтән. Тоттом да иң беренсе вариантты таҙа ҡағыҙҙа сығарып бирҙем.
– Ҡана, ҡарайыҡ, – тип алып, уҡырға кереште ул. “Хәҙер әрләнәм. Ярай, ҡыуһалар, минең тәжрибә менән урамда тороп ҡалмаҫмын... ”– тип эстән әрләшергә әҙерләнеп ултырам.
Етәксе иғтибар менән уҡып сыҡты ла ҡулындағы ҡағыҙҙарын өҫкә күтәреп:
– Ана бит, бына бит! Афарин, Рәғиҙә Фәритовна! А-фа-рин! Мин һеҙҙән шуны көткән инем дә! Мин бит һеҙгә көнө буйы шуны аңлаттым. Башта уҡ шулай яҙған булһағыҙ, былай йонсотмаҫ инем, Рәғиҙә Фәритовна, – тип ҡулымды ҡыҫты...