-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
30 Ғинуар , 13:35

Донъя бөтөүгә әҙерлек

Радио һәм телевидение, гәзит-журналдар аша донъя бөтәсәге тураһында алдан хәбәр итеп торалар. Нострадамус, Ванга күрәҙәләре, Майя календары һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр, ысынлап та, донъя бөтәсәк икән тигән шик уята. Инде бер нисә тапҡыр алдан хәбәр итеп тә, билдәләнгән ваҡытта донъя бөтмәй ҡалды. Мин донъя бөтөүгә әҙер инем, юғиһә. Үҙем генә түгел, бөтә ғаилә менән. Беҙ ул билдәләнгән көндө таңдан тороп, йыуынып, эшкә үҙебеҙ бармай, балаларҙы уҡыуға ебәрмәй кәфенлеккә уранып, таныш доғаларҙы уҡып көндө уҙҙырҙыҡ. Донъя бөтмәне.

Донъя бөтөүгә әҙерлек
Донъя бөтөүгә әҙерлек

Таныштар араһында шулай ук донъя бөтөүен көтөүселәр булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре Хоҙайҙан ялбарып, таныш доғаларҙы уҡып, беҙ генә донъяны һаҡлап ҡалдыҡ тип уйлай. Улай булһа, унда беҙҙең дә өлөш бар.
Бына тағы донъя бөтөүҙең кәрәк ваҡытын хәбәр иттеләр. Мин, ни өсөндөр, был юлы ысынлап та бөтөр тип уйлайым, шуға уҙғандар өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәп ҡалырға йыйынам. Ҡалған көндәрҙе «дастуин» тормошҡа ашырыу юлдарын һеҙҙең менән дә бүлешәм.
Донъя буйлап сәйәхәт итеү, теләгәнде ашау, эсеү, кейенеү, иң «текә» машиналарҙа елдереү, уйын-көлкө ҡороу – һәр кеше лә теләген ҡәнәғәтләндереп ҡалырға тейеш. Уның юлдары ябай, донъя бөтөүгә бер нисә ай алдан күп итеп кредит алырға кәрәк. Уны түләп торорға ла кәрәкмәй. Сөнки судлашыуға барып еткәнсе донъя бөтәсәк. Шулай уҡ фатирҙарҙы һатып, күп йондоҙло ҡунаҡханаларҙа Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ғына туҡтай торған ҡиммәтле бүлмәләрҙә йәшәп ҡалырға була. Ауылдарҙа мал-тыуар тотоусыларға уларҙың барыһын да һуйып ашарға тәҡдим итәм. Ситтә «сыбыртҡы шартлатып», һөйәркәләрҙән бала үҫтертеүселәргә ҡурҡмай ҡатындарына әйтергә була. Шулай уҡ ҡатындар ҙа ҡырын-мырын эштәрен һөйләп маҡтана ала. Начальниктарҙың күҙенә тура ҡарап дөрөҫөн сәпәп әйтергә кәрәк. Гәзит аша “мочить” итһәң тағы ла яҡшыраҡ. Президенттарҙың ла кәрәген бирергә. Тағы ла батырыраҡ булып күренеү өсөн үҙеңде бен Ладен тип иғлан итергә, Америкалағы күп ҡатлы йорттарҙың шартлауын үҙ өҫтөңә алырға ла була. Һис шикһеҙ, наркотиктар татып ҡарау, дошман кешеләреңдән үс алыу ваҡыты ла ул. Иң яҡшыһы – снайпер мылтығы һатып алып, шуның менән дошман кешеләреңде сүпләп сығыу. Донъя бөтөүгә ваҡыт етәрәк фатирҙарҙы йыйыштырып, сүп-сар түгеп яфаланырға ярамай. Сүпте тәҙрә аша ғына ырғытырға ла була. ФСБ, МВД ултырған биналарға бомба ҡуйылыуы тураһында хәбәр итеп шаяртырға мөмкин. Донъя бөтөү ваҡыты етәрәк быларҙың барыһын отпускы алып эшләргә кәңәш итәм. Әлбиттә, билдәләнгән көндө донъя бөтмәһә, һинең өсөн инде бөткән буласаҡ.

Автор:
Читайте нас