Шуға күрә яңғыҙы йәшәп ятҡан бер егет менән танышҡас, уға сат йәбеште. Егеттең яратҡан кешеһе булыуы ла уны туҡтата алманы. Танышым әйтеүенсә, ул интернет аша ниндәйҙер бер сихырсыны табып, уға аҡса түләгән. Егеттең фотоһын ебәреп сихырлаттырып ҡаратып алған. Хәҙер бергә йәшәйҙәр. Егет йылдан ашыу осрашып йөрөгән һөйгән ҡыҙын бер нәмә лә аңлатмай ташлаған да, быға өйләнгән. Һәр саҡ көлөп-йылмайып торған егеттең һүнеп-һүрелеп ҡалғанын күреп, барыһы ла аптырай. “Әллә нимә булды ул миңә, төштәремдә яратҡанымды күрәм, уны ғына уйлайым, әммә бынан китә алмайым”,- ти икән.
Никах уҡытҡан кәләшенә исеме менән дә өндәшмәй, уны яратмағаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Өйһөҙ булһаң да, бына нисек шулай кешенең яҙмышы менән уйнарға була икән?
Р.
https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2025-06-15/keshe-ya-myshy-men-n-uynar-a-yaraymy-inde-4276703