-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
4 Февраль , 11:05

Юғары дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәрҙәре улы булып сыҡҡан

Кисә Өфөнөң 16-сы гимназияһына иртәнсәк туғыҙынсы класс уҡыусыһы һөжүм итте, тип бөтә республика шауланы. Үҫмер мәктәпкә пластик пневматик автомат менән килгән. Ул өс тапҡыр уҡытыусыға һәм өс уҡыусыға атҡан, петарда шартлатҡан. Урынға килеп еткән полицияның патруль-пост хеҙмәте һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре һөҗүм итеүсене ҡулға ала.

Юғары дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәрҙәре улы булып сыҡҡан
Юғары дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәрҙәре улы булып сыҡҡан

– Иң мөһиме, зыян күреүселәр юҡ, шунан сығып эш итергә кәрәк, –тип билдәләне Башҡортостан Башлығы- Булған хәл тәрән өйрәнеүҙе талап итә. Был ҡылыҡтың төрлө сәбәптәре бар: өйҙәге проблемалар, бәхетһеҙ мөхәббәт, буллинг. Хәҙер беҙ бының сәбәбен асыҡларға тейешбеҙ. Үҫмерҙең атаһы ла, әсәһе лә бар, ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Шуға күрә беҙгә асыҡларға ваҡыт бирегеҙ, һәм беҙ тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Минең позициям шундай: әгәр беҙ буллинг фактын асыҡлаһаҡ, беҙ мәктәп етәкселеген эштән бушатабыҙ. 

Билдәле булыуынса, үҫмерҙең ата-әсәһе юғары дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәрҙәре  булып сыға. Улар икеһе лә Федераль һалым хеҙмәтендә әйҙәп барыусы вазифалар биләй.

 

Автор:
Читайте нас